

Махсус хәрби операцияла мобилизацияланған ҡатнашыусы Дидар Аразгелдиевич Бегджановтың (һүрәттә) реабилитация отпускыһында булыуын белгәс, беҙ уның менән шәхсән осрашыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындыра алманыҡ һәм уның өйөнә юлландыҡ. Аяҡтарында көслө ауыртыу булыуға ҡарамаҫтан, ул беҙҙе йылы йылмайып ҡаршы алды. Тыныс көнкүреш тураһында әкрен генә һөйләшкәндән һуң, беҙ һиҙҙермәйенсә махсус операция башланыу темаһына барып еттек.
2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизация барышында яҡташыбыҙ саҡырыу ҡағыҙы ала һәм хәрби хеҙмәткә ебәрелә. Өс айлыҡ уҡыу әҙерлеген рядовой Бегджанов Свердловск өлкәһенең Елань ҡалаһында үтә. Запорожье өлкәһенә килеп еткәс, яугир “Чебурашка” позывнойы ала һәм ҡоро ер ғәскәрҙәренә ебәрелә, “Мох” батальонының гранатомет взводы составында хәрби бурысын үтәй башлай. Тәүге көндәрҙән үк ул үҙ өлөшөнә төшкән яуаплылыҡты ныҡлы ҡабул итә.
“Ауыр, ҡан ҡойошло алыштар бара, бер алыш икенсеһен алмаштыра, тын алырға ла бирмәй. Яңы Балаҡатай ауылынан Павел Целищев менән бергә беҙ иң алдынғы позицияларҙа хеҙмәт иттек, унда көн һайын һынау булды. Тәүҙә ер ҡаҙып “землянка” төҙөнөк, ә ваҡыт үтеү менән уларҙы төҙөкләндерҙек, үҙ ҡулдарыбыҙ менән йыһазландырҙыҡ. Хәрби туғанлыҡ етәкселеге һәм беҙҙең райондың битараф булмаған халҡы, ауылдаштар беҙҙең подразделениеға ярҙам итә һәм гуманитар йөк ебәрә. Барыһына ла ҙур рәхмәт”, — ти әңгәмәсебеҙ.
Хеҙмәт итеү осоронда яугир күп нәмәләр аша үтә һәм бер нисә тапҡыр ҡатмарлы хәлдәргә эләгә. Ошо йылдың июль айында Дидар расчет составында Украинаның тораҡ пункттарының береһендә дошман дрондарын юҡ итеү буйынса хәрби бурысты үтәй. Яугирҙар, пилотһыҙ аппараттарға яҡынлашырға бирмәйенсә, үҙ-ара килешеп эш итә. Бер ваҡыт дошман пилотһыҙ аппараты ут кәртәһен урап үтә һәм яҡында ғына шартлай. Һөжүм тулҡыны һәм ярсыҡтар бер нисә секунд эсендә килеп етә, һөҙөмтәлә уның аяғы ике урындан һына. Уйларға ваҡыт булмай. Хәрби иптәштәре юғалып ҡалмай, тиҙ арала ҡан ағыуын туҡтата,яралыны хәүефһеҙ урынға эвакуациялай. Уны шунда уҡ госпиталгә алып киләләр, ә сентябрь аҙағында медицина комиссияһы һығымтаһы буйынса яугирға реабилитация отпускыһы бирелә. Хәҙер ял итергә һәм көс йыйырға ваҡыт. Көндәр тыныс булһын, ә һаулығы яҡшырһын.
Махсус операция барышында хәрби бурыстарҙы үтәгәне һәм намыҫлы хеҙмәт иткәне өсөн Дидар Бегджанов Жуков миҙалы, “Хәрби батырлыҡтары өсөн”, Генерал Шайморатов, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы”, шулай уҡ “Мох”батальонының иҫтәлекле миҙалдары менән наградланған.
Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә һәм Ватанды яҡларға теләгән граждандар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ситуация үҙәгенең 122 йә иһә 8(347) 218-19-19 телефондары аша бирә, шулай уҡ “Минең документтарым” күп функциялы үҙәк офистарына мөрәжәт итә ала. Район Хакимиәтенең телефон номеры 8 (34750) 2-19-45. Балаҡатай районында хәрби комиссариат бүлексәһе: Яңы Балаҡатай ауылы,Мәктәп урамы, 16, тел.8 (34750) 2-16-63; Балаҡатай районында контрактҡа саҡырыу буйынса вәкил, тел. 89965791040.
Лира Архипова