Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
19 Февраль 2025, 12:30

Хәрби йылдар балалары – беҙҙең тере тарих ул

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ!

 Гәзиттең үткән һанында беҙ “Районкала мәљәлә геройы бул” тип аталған конкурс иғлан иткәйнек,  унда  ошо һоҡланғыс кешелєр яљташтарыбыґ тураһында хикәйәләрҙе ҡабул итәбеҙ. Был ҡыҙыҡлы проект,  сөнки һеҙҙең мәҡәләләрегеҙҙән  яҡташтарыбыҙ тураһында яңы һәм ҡыҙыҡлы нәмәләрҙе күп белербеҙ.

Педагогик хеҙмәт ветераны, ауыл хәбәрсеһе  Рәйфә Хафизова  беҙгә яҡташтарыбыҙҙың береһе тураһында һөйләне.

“Бөгөн мин  һоҡланғыс кеше,  етәксе Урал Хөсәйен улы Хафизовты иҫкә алырға теләйем. Ул үҙенең бар ғүмерен туған районына арнаны. Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлағандан һуң уны “Путь Ленина” колхозына эшкә ебәрәләр,  Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлағас,  ул саҡта бик көслө һаналған Чапаев исемендәге колхозды етәкләй. Унан алда  Хәрби – диңгеҙ флоты караптарында Севастополдә хеҙмәт итә,  һөтсөлөк фермаһында  мөдир булып эшләй, өйләнә һәм өс балалары донъяға килә.

Тыуған ауылында уны ихлас ҡаршы алалар,  барыһы ла тырыша:  ваҡытында һөрәләр, сәсәләр,  уңышты йыйып алалар. 1996 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем Урал Хөсәйен улы Яңыбай ауыл советы рәйесе була.  Пенсияға сыҡҡас, Хафизовтар  Мәсәғүт ауылына йәшәргә күсә. Күптән түгел ул вафат булды. Беҙ бик яҡын дуҫтар булдыҡ, фамилиябыҙ ҙа бер ине.  Уның ҡатыны Дамира Дәминдәр ҡыҙы  оҙаҡ йылдар Яңыбай урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләне.  Шуға күрә миңә уның тураһында яҙыу еңел һәм ябай, һәм уның тураһында ентекләберәк һөйләүҙе үҙемдең бурысым тип иҫәпләйем.  Ниндәй генә вазифа биләмәһен, ул һәр саҡ намыҫлы эшләне. Уның хеҙмәттәре тураһында күптәр белә, әммә уның  тәртипле һәм изге күңелле кеше булыуы хаҡында   белмәйҙәр. Беҙ уларҙа Яңыбайҙа ҡунаҡта йыш булдыҡ.  Ул ваҡыттарҙы әкиәт кеүек итеп хәтерләйем:  китеп бараһың,  тирә-яҡта колхоз баҫыуҙары,  мул уңыш йыйып, ошо баҫыуҙарҙа эшләгән кешеләр. Ураҡ ваҡытында эш  тәүлек әйләнәһенә ҡайнаны.  Урал Хөсәйен улы рәйес булһа ла колхозсылар менән үҙен ябай тотто, шуға күрә уны ихтирам иттеләр һәм баһаланылар. Элекке моряк булараҡ, тельняшка кейергә ярата торғайны, ә яратҡан ашы – флотса макарон.  Художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашып, “Севастопольский вальс” йырын башҡара ине. Ә бейе‰е һуң... Быларҙың барыһы ла  уның халыҡ араһынан сыҡҡан ябай кеше булыуы тураһында һөйләй.

Урал Хөсәйен улы – изге күңелле, яуаплы,  намыҫлы һәм тәртипле кешеләр эпохаһы, уларҙа күпме ихласлыҡ, тормошто яҡшыраҡ итеү теләге көслө. Беҙҙең быуын уларҙан ошо сифаттарға өйрәнһен ине. Беҙҙең районда бына шундай абруйлы, билдәле кешеләр йәшәне. Кеше яҡты донъянан китә, әммә  уның эштәре һәм улар тураһында хәтер үлемһеҙ. Беҙҙең йөрәктә һәм ауылдаштары хәтерендә ул  изге күңелле, аҡыллы, әҙәпле кеше булып ҡалыр“, – тип яҙа Рәйфә Хафизова.

Конкурс йыл барышында дауам итәсәк, ә декабрҙә беҙ йомғаҡтар яһап иң яҡшы мәҡәлә авторына приз тапшырырбыҙ.  Үҙегеҙҙең хикәйәләрегеҙҙе электрон почтаға belokatai.gazeta@mail.ru, 89610506849 телефоны аша ватсапҡа йә иһә  телеграмға ебәрә алаһығыҙ. Шулай уҡ  ҡағыҙға яҙып түбәндәге адресҡа редакцияға килтерә йє иһә почта аша ебәрегеґ: Яңы Балаҡатай ауылы, Совет урамы, 124. Белешмәләр өсөн телефон: 2-15-17, Елена Енисеевна Усольцева.

Автор:
Читайте нас