Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
5 Февраль 2025, 11:30

Шатлыҡ бүләк иткән ҡатын

Мәҙәниәт хеҙмәткәре булыу – булмыш ул. Был һөнәр еңелдән түгел. Көн һайын башҡаларға  оптимизм, һөйөү, изгелек һәм ышаныс биреп ҡарағыҙ әле. Шул уҡ ваҡытта һөнәр ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс та.  

Яңыбай ауылында Гөлсибәр Ғәбделйән ҡыҙы  Садиҡова Мәҙәниәт йорто  мөдире булып биш йылдан ашыу эшләй. Әүҙем, һәләтле, башҡалар менән  уртаҡ тел таба белгән кеше.

Ул 1966 йылда  Яңыбайҙа күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Һигеҙенсе класты тамамлағас,  Үрге Өфәлейгә китә, унда  эшсе йәштәр мәктәбен тамамлай,  һуңынан металлургия заводында эшләй. Шунда йәшәргә һәм эшләргә ҡала.  Художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашып, Өфәлейҙә “Йәйғор” һәм “Наргиз” башҡорт мәҙәниәте төркөмдәрен ойоштора,  улар менән сәхнәлә сығыш яһай, коллективтар ҡала һәм өлкә  сараларында ҡатнаша.

2004 йылда Гөлсибәр тормошта маҡсаттарына өлгәшеү өсөн уға юғары белем етмәүен аңлай һәм  ситтән тороп  педагог – психолог һөнәре буйынса Силәбе дәүләт педагогия университетына уҡырға инә, уны уңышлы тамамлай. Һуңынан ситтән тороп театрлаштырылған  тамашалар ҡуйыусы  һөнәре буйынса Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлай. Ҡатын металлургия заводында, һуңынан социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә психолог булып эшләй, вахта ысулы менән төньяҡта, Мәскәүҙә лә эшләргә  тура килә. Әйткәндәй, Мәскәүҙә ул  яҡташтарына “Аҡ тирмә” башҡорт фольклор коллективын ойошторорға ярҙам итә. Шулай уҡ үҙенең “Ағиҙел” башҡорт вокал төркөмөн ойоштора.  Буш ваҡытында ул  ҡул эштәре менән шөғөлләнергә, сигенергә ярата, йәй иһә урманда еләк һәм бәшмәк йыя.

Әлбиттә, уның тормошо эш һәм мауығыуҙар менән генә сикләнмәй. Гөлсибәр Ғәбделйән ҡыҙының  матур ғаиләһе бар, ире Марс Ғәптелйән улы  менән улар ике улдарын тәрбиәләп үҫтерә. Үкенескә ҡаршы,  ире 2007 йылда ҡапыл  вафат була. Улдары үҫкән, үҙҙәре ғаилә ҡорған, Садиҡовтарға биш ейән бүләк иткәндәр. 2019 йылда Гөлсибәр  Ғәбделйән ҡыҙы  бәләкәй тыуған иленә ҡайтып төпләнергә була. Бәхеткә күрә, бында уға күңеленә оҡшаған эш тә табыла – ауыл Мәҙәниәт йорто мөдире вазифаһын тәҡдим итәләр. Тәүҙә ауыл халҡының симпатияһын яулау ауыр була, буш ваҡытты үткәреү буйынса  ҙур ойоштороу эше башҡарырға, быға ауыл халҡын йәлеп итергә тура килә. Сөнки быны үҙең генә эшләү ҡатмарлы,  әммә тиҙҙән ул барыһын да тормошҡа ашыра ала. Уның етәкселегендә  балалар һәм өлкәндәр өсөн  клуб берекмәләре ойошторолған һәм эшләй, “Яран гөл” фольклор ансамбле эшләй. Улар клубта уҙғарылған бар сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Гөлсибәр Садиҡова үҙе йырҙар яҙа һәм башҡара,  төрлө конкурстар һәм фестивалдәрҙә ҡатнаша, бик күп фестивалдәр лауреаты. Уның тауышы бик матур, моңло.

Гөлсибәр Ғәбделйән ҡыҙы ойошторған саралар һәр саҡ ҡыҙыҡлы, күңелле уҙа. Ул үҙенең эшен намыҫлы башҡара, бар көсөн һала. Уның тураһында байрам бүләк итеүсе ҡатын тип әйтергә була, әммә тормошта ла  байрам көн һайын булмай бит. Һәм башҡаларға ошо байрамды бүләк итеү өсөн оҙаҡ һәм ныҡышмалы эшләргә кәрәк.

 

Елена Усольцева

Автор:
Читайте нас