Сөнки ҡайһы берҙә йорттарҙың иң йәшерен мөйөштәрендә, һарғайып бөткән ҡағыҙҙар һәм иҫтәлекле әйберҙәр араһында, тотош дәүерҙең ауазын һаҡлаған гәзит һандары бар. Уларҙа яңылыҡтар ғына түгел, ә райондың тере тарихы, юлдар һәм шрифттар менән ҡатып ҡалған. Бындай экземплярҙы ҡулға алыу, иҫке ҡағыҙҙың һиҙелерлек булмаған еҫен һулау һәм тиҫтәләгән үткән йылдарға күсереп, яҡташтарыбыҙҙың нимә тураһында борсолоуын, нимә менән ғорурланыуын һәм нимәгә ынтылыуын уҡыу бик күңелле.
Биләндән Хәтимә Ҡотлоева һәм Яңы Балаҡатайҙан Николай Дьяков үҙҙәренең табыштары менән уртаҡлашты — уларҙың коллекциялары тыуған яҡтың тарихын яратҡан һәр кем өсөн ысын бүләк булды.
Хәтимә Ҡотлоева бер нисә номер ебәрҙе, уларҙың иң тәүгеһе 1995 йыл менән даталана. Уның биттәрендә РФ Федераль йыйылышының Дәүләт думаһы депутаттарын һайлауға килергә саҡырыу, ә эске биттә һайлау бюллетене ҙур итеп һүрәтләнгән. 2008 йыл номеры ваҡиғалар калейдоскобы кеүек: бында депутаттың мәктәпкә нисек ярҙам итеүе тураһында хәбәр, Исҡуш эшсәндәренең төҙөк техникала эшләүе тураһында репортаж, З.Биишеваның музейҙағы күсмә күргәҙмәһе тураһында хикәйә. Артабан ил һәм донъя яңылыҡтары, ә һуңынан Еңеү көнөнә арналған асма биттәр: ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре тураһында тулҡынландырғыс очерктар. “Берҙәм Рәсәй” партияһының 2013 йылғы махсус проекты айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята — сығарылыш тулыһынса билдәле яҡташтарыбыҙға бағышланған, һәм һәр юлда тыуған төйәгебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойола.
Николай Дьяковтың коллекцияһы ла ҡыҙыҡлы. Ул редакцияға 1981, 1986 һәм 2005 йылдарҙағы “Яңы тормош” һандарын тапшырҙы һәм уларҙан гәзиттең дизайны ғына түгел, ә тирә — яҡ тормошо ла нисек үҙгәргәнен күҙәтергә мөмкин. Әгәр элек баҫма А3 форматында сыҡһа, ваҡыт үтеү менән компактлыраҡ А4 форматына күсә.
1981 йылғы номер ул ваҡыттағы атмосфера менән һулай: беренсе һыҙатта ҙур шрифт менән лозунг: "Мал аҙығы әҙерләү буйынса удар айлығы тамамлана! Эш темптарын кәметергә ярамай!”. Беренсе битһәм эске яғы ауыл хужалығына арналған: бында соцконкурстар йомғаҡтары, иң яҡшы малсыларҙың һәм алдынғы һауынсыларҙың исемдәре, хеҙмәт һөҙөмтәләре тураһында ентекле фекер алышыуҙар. Ә һуңғы битендә — аҙыҡ-түлек магазины һатыусыһы Валентина Дьякова тураһында йылы яҙма. Шуға күрә Николай Александрович был экземплярҙы айырыуса ҡәҙерләй: унда яҡын кешеһе тураһында хәтер бар.
1986 йылғы һанда элеккесә иғтибар үҙәгендә ауыл хужалығы тора. Беренсе битендә КПСС съезы ҡарарҙары, һөт һауыу тураһында материалдар, эске биттәрҙә йәнә хужалыҡтар эше йомғаҡтары. Биш йыл үтте, ә гәзиттең биҙәлешенән башҡа бер нәмә лә үҙгәрмәгән кеүек тойола — ваҡыт туҡтап ҡалғандай, ғәҙәти тәртиптең тотороҡлолоғон сағылдыра. Һуңғы битендә 8 Мартҡа алдынғы ҡатын-ҡыҙҙарҙы хөрмәтләү тураһында яҙма бар, улар араһында В.Дьякова ҡабаттан телгә алына. Шулай итеп, ғаиләләрҙә туғандары тураһында иҫтәлектәрҙе ҡәҙерләп һаҡлайҙар, боронғо гәзит биттәрен үткәндәрҙең ҡиммәтле дәлиле итеп күрәләр.
2005 йылғы сығарылыш форматы һәм йөкмәткеһе менән дә айырылып тора: гәзит компактлыраҡ була, ә баҫма темаларында тормоштоң төрлө өлкәләренән сюжеттар йышыраҡ күренә, тирә — яҡ донъя киңәйә, һәм гәзит был үҙгәрештәрҙе һиҙгер сағылдыра.
Беҙ Хәтимә Ҡотлоеваға һәм Николай Дьяковҡа был ғәжәйеп экскурсия өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ. Уларҙың табыштары иҫке гәзиттәр генә түгел, ә йылылыҡ, хәтер һәм тарих менән тулы ысын ваҡыт капсулалары.
Ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙҙе лә “Районка” ның иң иҫке номеры”конкурсына ҡушылырға саҡырабыҙ. Әгәр һеҙҙең өй архивында район гәзитенең һарғайған иҫке биттәрен һаҡлап ҡалһағыҙ, уларҙы редакцияға килтерегеҙ. Был биттәр, үткән йылдарҙың хәтирәләре һәм нескәлектәре менән уртаҡлашып, яңынан терелһен. Йыл аҙағында иң иҫке номерҙы кем тәҡдим итәсәген билдәләйәсәкбеҙ һәм лайыҡлы приз тапшырасаҡбыҙ.
Район тарихы архивтарҙа ғына түгел, беҙҙең йөрәктәрҙә лә йәшәһен!
Елена Усольцева