

Йыл һайын сентябрҙең икенсе йомаһында Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө билдәләнә.
Милли костюм-ул өҫ кейеме генә түгел, ә халыҡтың мәҙәниәте, тарихы,йолалары һәм көнкүреше сағылышы. Ул рухи- мәҙәни мираҫты һаҡларға ярҙам итә, шуның өсөн дә был көндө республиканың бар район- ҡалаларында, ауылдарында билдәләйҙәр.
"Тынғыһыҙ йөрәктәр" ирекмәндәре йыл һайын ошо байрам көндө милли кейемдә маскировка селтәрҙәре үрә.
Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙең барығыҙҙы лә Милли кейем көнө менән тәбрик итәбеҙ! Тамырҙарыбыҙҙан айырылмайыҡ, сөнки милли кейем үткән, хәҙер һәм бөгөнгө араһындағы бәйләнеште һаҡларға ярҙам итәсәк.