

Рәсми өлөш башланыр алдынан фойела, Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арнап, мәғариф ойошмаларының «Рәсәй халыҡтары мираҫы» күргәҙмәһе ойошторолдо. Кәңәшмәнең пленар өлөшө «Берҙәмлек. Белем биреү. Киләсәк. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында педагогик эҙләнеүҙәр» тигән әһәмиәтле темаға арналды. Райондың белем биреү системаһын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре конференцияла ҡатнашыусыларҙың барыһын да берләштерҙе. Улар, берҙәм мәғариф киңлегенең бер өлөшө булараҡ, тәрбиәүи мөхит булдырыу, уҡыусыларҙың һөнәри үҙбилдәләнеш табыуы системаһын төҙөү, остазлыҡты үҫтереү һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Сергей Плотников, район Хакимиәте башлығының социаль-мәҙәни һәм гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Земфира Ғилманова, райондың Мәғариф бүлеге начальнигы Наталья Брагина, муниципаль район Советы рәйесе, Ямаш ауылы мәктәбе директоры Андрей Клыков, шулай уҡ ойошмалар етәкселәре, ауыл советтары башлыҡтары, белем биреү учреждениелары етәкселәре, педагогтар, педагогик хеҙмәт ветерандары һәм башҡалар ҡатнашты.