

Райондың өҙлөкһөҙ һәм хәүефһеҙ газ менән тәьмин ителеүе белгестәрҙең хеҙмәтенән тора.
Системаның ышаныслы эшлә-үенә төрлө йүнәлештәге профессионалдар ҙур өлөш индерә. Көн һайын ер аҫты газ үткәргестәрен файҙаланыу һәм ремонтлау буйынса слесарҙар Федор Другов, Александр Борняков, Анатолий Тимофеев, Дмитрий Жданов һәм Әнсәр Ниғәмәтйәнов ҡатмарлы техник мәсьәләләрҙе хәл итә.
Ауылдарҙы хеҙмәтләндергән слесарҙар Александр Никулин, Олег Оплеснин, Александр Бунаков, Виктор Субботин, Сәғитйән Яҡупов, Миҙхәт Бакиров, Ринат Усманов һәм Булат Вәкиловтың хеҙмәте лә әһәмиәтле.
Газ ҡорамалдарын файҙаланыу һәм ремонтлау буйынса слесарҙар Альберт Сәфиуллин, Владимир Пудваль, Фидалит Шабанов һәм Юрий Пономаревтарҙың эше айырыуса маҡтауға лайыҡ.
Авария-диспетчер хеҙмәте бригадаһы мастерҙары Кирилл Ширяев, Илнур Ҡасимов һәм газ ҡорамалдарын файҙаланыу буйынса инженер Александр Ведерниковтың килешеп эш итеүе, штаттан тыш хәлдәргә оператив яуап бирергә мөмкинлек бирә.
Нефть һәм газ сәнәғәте көнө алдынан Балаҡатай газ хеҙмәте коллективын һәм хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайым! Яуаплы хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, дәрт, шулай уҡ ғаиләләрегеҙҙә именлек һәм бәхет теләйем!
Сергей Кинев, Балаҡатай газ хеҙмәте начальнигы