

Саяф Фәйзрахман улы 1951 йылдың 2 сентябрендә боронғо башҡорт ауылы Түбәнге Үтәштә донъяға килгән, ошонда уның бала сағы һәм йәшлеге үткән. Мәктәп йылдары ул ваҡыт өсөн ғәҙәти булған хәстәрлектәр менән тулы була, әммә көслө яғы – аныҡ фәндәргә һөйөүе шул саҡта уҡ күренә. Математика буйынса яҡшы белеме уға тәүге һөнәре ишеген аса: мәктәпте тамамлау менән ул «Еңеү» колхозында бухгалтер булып эш башлай.
Артабан Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Тыуған ауылына ҡайтҡас, Саяф Фәйзрахман улы яңы вазифаға – колхоздың баш иҡтисадсыһы итеп тәғәйенләнә. Шул рәүешле уның һөнәри юлының төп йүнәлеше билдәләнә: ауыл хужалығы. Ләкин ул етди эш өсөн тәрән белем кәрәклеген аңлай һәм 1979 йылда, Йоматау ауыл хужалығы техникумын тамамлап, «Ауыл хужалығы производствоһында бухгалтер иҫәбе» һөнәре буйынса тик “бишле”ләрҙән генә торған дипломға эйә була.
Уның ентекле хеҙмәте, ресурстарҙы дөрөҫ файҙалана белеүе һәм үҙ-үҙенә талапсанлығы тиҙ арала ауылдаштары һәм етәкселек араһында ихтирам яуларға ярҙам итә. Профессионализмы иғтибарһыҙ ҡалмай: 1985 йылда Саяф Фәйзрахман улын КПСС-тың Балаҡатай район комитеты ауыл хужалығы бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Биләгән һәр вазифаһында ул компетентлы белгес булараҡ таныла, үҙенә лә, тирә-яҡтағыларға ла бер үк төрлө талапсан була.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге уның тормошонда һәр ваҡыт мөһим урын алып тора. Ауылдаштары уны бер нисә тапҡыр депутат итеп һайлап, үҙ мәнфәғәттәрен яҡлауҙы ышанып тапшыра. Оҙаҡ йылдар ул Балаҡатай районы башҡорттары Ҡоролтайын етәкләй, был эшкә бөтә энергияһын һәм иғтибарын бағышлай. 2019 йылдан статистика бүлегендә эшләй, шул иҫәптән районда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек һәм уны үткәреү өсөн дә яуап бирә.
Намыҫлы хеҙмәте, йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн ул бер нисә тапҡыр грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, Саяф Фәйзрахман улы тынысланырға ашыҡмай. Уның әүҙем тормош позицияһы элеккесә тирә-яҡтағылар өсөн өлгө булып тора. Бөгөн ул район Ветерандар советы ағзаһы. Тарихи хәтерҙе һаҡлау – уның айырым хәстәрлеге: тыуған ауылы Түбәнге Үтәш тураһында китап баҫтырып сығарған.
Саяф Фәйзрахман улының шат күңеллелеге һәм оптимизмы илһамландыра. Йәш сағында уҡ, комсомол ойошмаһы секретары булараҡ, ул кешеләрҙе рухландыра белгән: өмәләр ойошторған, дуҫтары менән бергә ауылдаштары өсөн концерттар ҡуйған. Дәртле кеше булараҡ, ул үҙе лә сәхнәгә сыға – тамашасылар уның сығыштарын йылы ҡабул итә. Ижадҡа тартылыуы һәм кешеләргә файҙа килтереү теләге уның менән ғүмерлеккә ҡалған: ул әле лә – художестволы үҙешмәкәрлектең даими ҡатнашыусыһы.
Уның ғаиләләге роле лә шулай уҡ әһәмиәтле. Тормош иптәше Рәйсә Кинйәбай ҡыҙы менән бергә өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, һәр береһенә үҙ юлын табырға ярҙам иткәндәр. Саяф Фәйзрахман улы – ысын ғаилә башлығы өлгөһө, уның өсөн яҡындары – төп терәк һәм ҡыуаныс.
Беҙ Саяф Фәйзрахман улына ныҡлы һаулыҡ, һүрелмәҫ оптимизм һәм яңы эштәр өсөн көсдәрт теләйбеҙ. Артабан да шулай уҡ йәмғиәтебеҙҙә кәрәкле һәм абруйлы, ихтирамлы кеше, ә ғаиләгеҙ даирәһендә яратҡан тормош юлдашы, хәстәрлекле атай һәм тәрән аҡыллы олатай булып ҡалығыҙ!
Людмила Родникова, Балаҡатай районы Ветерандар советы рәйесе