

Ауыл халҡы өсөн был көн ысын мәғәнәһендә ҙур әһәмиәткә эйә: хәҙер дин тотоусыларға район үҙәгенә йөрөргә тура килмәйәсәк – дини үҙәк тыуған ауылдарында барлыҡҡа килде.
Мәсет төҙөү дөйөм эшкә әйләнде: район халҡы оҙаҡ һәм тырышып аҡса йыйҙы, ә атаршалар үҙҙәре изге йортто төҙөүгә кем аҡса менән, кем хеҙмәте менән өлөш индерҙе. Һәр һум, һәр ярҙам иҫәптә булды, һәм күмәк көс менән хыял тормошҡа ашты.
Тантаналы сараға ҡунаҡтар һәм райондың башҡа мәсеттәренән имамдар йыйылды. Сараның үҙәк мәле байрам намаҙы булды, ә көн ҡатнашыусыларҙың барыһын да берләштергән матур табын менән тамамланды.
Балаҡатай мәсетенең имаммөхтәсибе Альфред Әхмәтйәнов йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе:
«Мәсет асылыуы – ул имандың, тыныслыҡтың һәм татыулыҡтың нығыныуын символлаштырыусы ҙур һәм шатлыҡлы ваҡиға. Бөтә йөрәктән һеҙҙе яңы мәсет асылыуы менән ҡотлайым! Был Аллаһ йорто бөтә мосолмандар өсөн рухи аҙыҡ алыу, миһырбанлылыҡ, тыныслыҡ һәм татыулыҡ сығанағы булһын. Уның эсендә һәр ваҡыт доғалар яңғыраһын, ә мәхәллә кешеләренең йөрәге тыныслыҡ һәм Аллаһы Тәғәләнең бәрәкәте менән тулһын. Атарша ауылы мәсетен төҙөүгә хатта бер тамсы ғына хеҙмәт өлөшөн индергән һәр кемдең тырышлығы Аллаһ Тәғәлә тарафынан ҡабул ителһен, һәм әжере уларға ике донъяла ла насип булһын!»
Ойоштороусылар һәм дин әһелдәре мәсетте төҙөүгә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла ихлас рәхмәт белдерҙе. «Был изге эштә ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт. Аллаһы Тәғәлә һеҙҙең йомартлығығыҙҙы бүләкләһен», — тигән һүҙҙәр яңғыраны.
Атарша ауылында мәсет асылыуы — яңы бина пәйҙа булыуы ғына түгел, урындағы йәмғиәттең рухи традицияларын һәм берҙәмлеген нығытыуға мөһим аҙым.
Елена Усольцева