

14 йылдан ашыу “Агротех” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә ат ҡараусы-малсы Вәлиев Марсэль Миндеғәле улы (һүрәттә) булып эшләй. Эшләгән йылдарында ул үҙен яуаплы һәм тырыш хужалыҡ хеҙмәткәре итеп күрһәтә.
Марсэль Силәбе өлкәһенең Степное ауылында ҙур эшһөйәр ғаиләлә тыуа, ғаиләлә һигеҙ бала тәрбиәләнә. Бәләкәй сағынан уҡ уның яуаплылыҡ тойғоһо һәм эштән ҡурҡмау ғәҙәте барлыҡҡа килә. 2008 йылда ата-әсәһе менән Атарша ауылына күсеп килә. Яңы урынға тиҙ эйәләшә, егет туғыҙ класты тамамлай һәм шунда уҡ урындағы пилорамаға эшкә урынлаша. Был уның өсөн оло тормошҡа тәүге етди аҙым була. Дүрт йылдан һуң ул эшмәкәрлек өлкәһен үҙгәртә һәм Фларис Ишмөхәмәтов етәкләгән “Агротех” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә малсы булып эшкә күсә.
"Марсэль йөкмәтелгән һәр эште намыҫ менән башҡара. Шуға күрә уға һәр ваҡыт таянырға мөмкин…», – тип билдәләй ул.
Марсель Вәлиевтың эш көнө иртә башлана, сөнки хайуандарҙы ваҡытында хәстәрләү мөһим. Бөгөн базала 80 баш эре мөгөҙлө мал һәм 100 баш ат тотола. Малсы өсөн көндәлек бурыстар бик мөһим. Уның хәстәрлеге менән хайуандар үҙҙәрен тыныс тоя һәм хәүефһеҙлектә тора.
Агросәнәғәт комплексында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Марсэль Вәлиев Балаҡатай район Хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән наградланды.
Лира Архипова, автор фотоһы