+22 °С
Ясно


Балалар баҡсаһында ремонт барғанлыҡтан, Нина әсәһе, Елена Анатольевна менән уның эшенә килә.
Бында уға күңелһеҙләнеп ултырырға тура килмәй! Ул «Тынғыһыҙ йөрәктәр» ирекмәндәр клубына ихлас ҡушылды. Ҙур тырышлыҡ менән кескәй ҡыҙ таҫмаларҙы пакеттарға һала, шулай уҡ маскировка селтәре үрергә өйрәнә. Хәрәкәттәре әлегә бик ышаныслы булмаһа ла, уның һәр ғәмәлендә шул тиклем тырышлыҡ, ихласлыҡ һәм йылылыҡ тойола, ирекһеҙҙән йылмаймау мөмкин түгел.
Изге эш һәр кемдең ҡулынан килә, хатта һиңә ни бары дүрт кенә йәш булһа ла.