

Төҙөүселәрҙең хеҙмәте беҙҙең тормошто уңайлыраҡ итә – балалар иркен, яҡты мәктәптәрҙә уҡый, күркәм балалар баҡсаларында шөғөлләнә, ә һәр беребеҙҙең баш өҫтөндә ҡыйығы бар.
Районыбыҙҙа ҡалҡып сыҡҡан һәр бина артында үҙ эшенең оҫталарының татыу командаһы тора. Төҙөлөштә подряд ойошмалары, шәхси төҙөлөш бригадалары, шулай уҡ үҙ төҙөлөш бизнесын үҫтереүсе эшҡыуарҙар эшләй.
Районда төҙөлөштө үҫтереүгә һәм бихисап социаль әһәмиәтле башланғыстарға эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре һәм хәйриәсе Вениамин Ужегов тос өлөш индерә. Ул «Күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтенә капиталь ремонт» республика программаһы сиктәрендә субподрядсы ролендә сығыш яһай. Уның коллективы ҙур түгел, әммә берҙәм. Улар эштәрҙе намыҫлы башҡара, шуның менән район үҙәгендә йәшәүселәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ярҙам итә.
Бында төҙөлөш эштәренең барлыҡ төрөн ихлас өйрәнеүселәр араһында Яңы Балаҡатай ауылынан 23 йәшлек Максим Марсель улы Мөхәмәтов та (һүрәттә) бар.
Максим Яңы Балаҡатайҙағы 1‑се урта мәктәптә белем алған. Алыҫ Көнсығышта һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Силәбе өлкәһе Травники ауылы янындағы Ҡамбулат гранит карьерында еңел булмаған шарттарҙа эшләй, тәбиғәт ресурстарын сығарыу менән шөғөлләнә. Ә быйыл йәш егет Вениамин Ужеговтың төҙөлөш бригадаһына эшкә урынлашҡан.
Уңғанлығы, йыйнаҡлығы һәм туплаған тәжрибәһе уға профессияһына ышаныслы аяҡ баҫырға һәм төрлө объекттар төҙөүгә үҙ өлөшөн индерергә ярҙам итә. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта ул башҡа белгестәр менән бергә ҡыйыҡ ябыу эштәрендә ҡатнаша. Төҙөүселәр Совет урамы буйынса 84‑се күп фатирлы торлаҡ йорттоң ҡыйығын алмаштырыуҙы тамамланы. Хәҙер улар, махсус материалдар файҙаланып, ҡыйыҡтың ышаныслы йылылыҡ изоляцияһын тәьмин итә.
Алда әле эштәр күп, һәм кәрниздәрҙе көпләү ышаныслы һәм матур һөҙөмтәгә табан тағы ла бер аҙым буласаҡ. Барыһы ла уң булһын!
Лира Архипова, Алексей Ужегов фотоһы