

Ошо көндәрҙә мобиль медицина комплекстары йәнә Балаҡатай районы халҡына ярҙамға килде, бер юлы ике — Ҡарлыхан һәм Түбәнге Искуш ауылдарына барҙы.
Ҡарлыханда ике комплекс эшләне: балалар күсмә һәм стоматология комплексы. Йәш пациенттар ЭКГ, оптометрия үтте һәм педиатрҙан консультация алды. Бер көн эсендә 30‑ҙан ашыу бала медицина хеҙмәттәре алды. Параллель рәүештә “Сәләмәтлек поезы” Түбәнге Исҡушта ла эшләне. 45 кеше тикшереүҙәрҙә һәм белгестәрҙең ҡабул итеүендә булды.
Инициатива алыҫ тораҡ пункттарҙа йәшәүселәргә район үҙәгенә йәки ҡалаға бармайынса квалификациялы медицина ярҙамы алырға мөмкинлек бирә.
Педиатр Г. Будаков балаларҙы ҡабул итә
Һаулығығыҙҙы ҡайғыртыу мөмкинлеген ысҡындырмағыҙ – “Сәләмәтлек поезы”ның эш графинын күҙәтегеҙ һәм өй эргәһендә файҙаланығыҙ!
Балаҡатай үҙәк район дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса