

Күп юлдар араһында Александр Никифоровичтың беҙгә юлланып, үҙенең ҙур сәйәхәт тарихы менән уртаҡлашыу өсөн беҙҙе һайлауы ҡыуаныслы. Александр Никифоровичҡа 71 йәш, әммә ул үҙ йәшенән күпкә йәш күренә, унда энергия һәм еңеллек шул тиклем күп, әйтерһең дә, йылдар уға арығанлыҡ түгел, ә эске көс өҫтәй.
Велосипедта ҙур сәйәхәтен ул рекордтар өсөн түгел, ә кешеләрҙе рухландырыу өсөн башлай: хәрәкәт – ул тормош, ә сәләмәт йәшәү рәүеше – ҡәтғи ҡағиҙәләр түгел, ә юлдың азатлығы һәм шатлығы икәнен күрһәтеү. Был велосипедсының икенсе сәйәхәте.
Сәйәхәт иткәндә Александр Никифорович ябай һәм мөһим идеяны күтәрә: ҡыйыу маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға өлгәшергә бер ҡасан да һуң түгел — педалдәрҙе яңы осрашыуҙарға һәм асыштарға ҡаршы әйләндереп аҙым артынан аҙым, саҡрым артынан саҡрымдар үтәргә. Александр Никифорович тиҙҙән күп кенә фекерҙәштәр йыйылыр тип өмөтләнә: тәжрибәле дуҫтары ла, велосипедта сәйәхәт итергә яратыусылар ҙа. Улар бергәләп юлға сығырҙар – юлдарҙы бүлешергә, киңлектәргә һоҡланырға һәм бер-береһенән иң ҡиммәтле нәмәләрҙе: тәжрибә, сыҙамлыҡ һәм хәрәкәттә тыуған айырым шатлыҡты үҙләштерерҙәр тип хыяллана сәйәхәтсе.
Сергей Токарев, Ҡарлыхан ауыл советы башлығы