Яны Белокатай
+18 °С
Ясна
Новости
21 Июль , 07:55

Төп таяныс - хәрби иптәштәр

Беҙҙең герой, “Ямал – Тунгус” позывнойлы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, Түбәнге Искуш ауылынан кесе сержант Ринат Ғәфүрйән улы Ямалов менән беҙ “Тынғыһыҙ йөрәктәр” ирекмәндәр клубы штабында осраштыҡ.

Төп таяныс - хәрби иптәштәрТөп таяныс - хәрби иптәштәр
Төп таяныс - хәрби иптәштәр

 Яугир ирекмәндәр менән үҙенең тарихтары менән уртаҡлаша, алғы һыҙыҡтағы көндәлек тормошо һәм яугирҙар өсөн тыуған яҡтың ярҙамы ни тиклем мөһим булыуы тураһында һөйләй.

2023 йылдың октябрендә ир үҙ теләге менән хәрби хәрәкәттәр зонаһына хеҙмәт итергә китергә ҡарар итә. Шулай итеп, ғаилә башлығының Екатеринбургта вахта ысулы менән эшләгән электр-газ менән иретеп йәбештереүсе тыныс һөнәре хәрби хеҙмәттең ҡаты ысынбарлығына алмашына.

Уның беренсе тәғәйенләнгән урыны Мәскәү өлкәһендәге Калининец була, унда яугирҙы Д-30 орудиеһы наводчигы итеп тәғәйенләйҙәр. Ошо мәлдән уның ысын сыҙамлыҡ мәктәбе башлана. Ҡаты тәртип, командаларҙы һүҙһеҙ үтәү һәм көсөргәнешле күнекмәләр яугирҙың характерын нығыта.

Тыуған ил алдындағы бурысына һәм уны өйҙә көтөп торғандарға тоғро ҡалып, әлеге ваҡытта “Ямал-Тунгус” Херсон өлкәһендә десант штурмлау подразделениеһы составында уҡсы сифатында хәрби заданиелар үтәй. Әйтергә кәрәк, уға оҫталығын һәм ышанысын таныу өсөн подразделениелар араһында “Тунгус” позывнойы бирелә. Яуҙаштары менән бергә ул көн һайын ҡаты һәм аяуһыҙ алыштар аша үтә. Пулялар һыҙғырыуы, дрондарҙың ҡапыл һөжүме, ҡолаҡ тондорғос шартлау тауышы, күп һанлы яраларҙың һыҙлауы, окоптарҙың һыуығы – былар барыһы ла һуғыштың бер ҡот осҡос ысынбарлығына, шул уҡ һуғыш тамуғына ҡушыла. Был тамуҡта иптәшеңдең яурынынан таянып ҡына иҫән ҡалырға мөмкин. “Ямал” һүҙҙәре буйынса бында хеҙмәттәштәр түгел – бербереһен туғандар тип атайҙар.

“Беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ!” – ти яугир. Был һүҙҙәрҙә өмөт кенә түгел, ә сигенергә күнекмәгән кешенең ҡоростай ныҡ ышанысы.

Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә һәм Ватанды яҡларға теләгән граждандар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ситуация үҙәгенең 122 йә иһә 8(347) 218-19-19 телефондары аша бирә, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәк офистарына мөрәжәт итә ала. Район Хакимиәтенең телефон номеры 8 (34750) 2-19-45. Балаҡатай районыңда хәрби комиссариат бүлексәһе: Яңы Балаҡатай ауылы, Мәктәп урамы, 16, тел.8 (34750) 2-16-63; Балаҡатай районында контрактҡа саҡырыу буйынса вәкил, тел. 89965791040.

Лира Архипова, автор фотоһы

 
 
 
 
Автор:
Читайте нас