

Эштәрҙе Мәсәғүт ауылынан «Спецстрой» компанияһы алып бара. Хәҙер белгестәр ваҡытлыса урау юл төҙөй, ул төҙөлөш ваҡытында транспорт бәйләнешен өҙмәҫкә мөмкинлек бирәсәк.
Проектты тормошҡа ашырыуҙа «Балаҡатай ПМК» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бригадаһы әүҙем ҡатнаша. Етәксе Радик Нәсибуллиндың, йөк тейәүсе Илшат Хәбибуллиндың һәм Үтәш ауылынан төрлө эштәрҙе башҡарыусы Рафаил Хәлимовтың берҙәм эше алға барырға ярҙам итә, ә мөһим объектты тапшырыу яҡыная бара.
«Беҙ байтаҡ эштәр башҡарҙыҡ. Башта нигеҙ әҙерләнек — 15 см грунт мендәре ҡорҙоҡ, ҡырсынташ ҡатламы һиптек, һуңынан майҙансыҡты тигеҙләнек, 5 см ҡом түшәнек, ә өҫтән юл плитәләре һалдыҡ. Аҙна башында уҡ 120 метр оҙонлоҡтағы урау юл асырға ниәтләйбеҙ. Бынан һуң күперҙе төҙөүгә туранан‑тура тотонабыҙ. Эш өсөн материалдар майҙансыҡҡа килтерелә. План буйынса объектты дүрт ай эсендә тапшырырға кәрәк», — тип һөйләй Р. Нәсибуллин.
Яңы күпер транспорт менән ҡулланыуҙы яҡшыртып ҡына ҡалмай, күрше райондар, Өфө ҡалаһы, шулай уҡ Силәбе өлкәһе менән ышаныслы бәйләнеш булдырасаҡ.
Лира Архипова, Алексей Ужегов фотоһы