+17 °С
Облачно


– Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән бәйле, райондың медицина хеҙмәткәрҙәре ветерандары ойошмаһы рәйесе, Балаҡатай үҙәк район дауаханаһы фтизиатры, БР-ның атҡаҙанған табибы Нәғим Харис улы Ҡәйүмов (һүрәттә уңда) “Ветерандар хәрәкәтенә ярҙам иткәне һәм булышлыҡ иткәне өсөн” миҙалына лайыҡ булды.
Награданы тапшырыу тантанаһы Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында үтте. Миҙалды Нәғим Ҡәйүмовҡа БР медицина хеҙмәткәрҙәре ветерандары Советы рәйесе Рәмилә Исмәғилева тапшырҙы. Нәғим Харис улын лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ!
Үҙ хәбәрсебеҙ