

Кәңәшмә БР Адвокаттар палатаһы президенты Булат Йомаҙилов рәйеслегендә үтте. Ҡатнашыусыларҙың иғтибар үҙәгендә урындарҙа адвокат эшмәкәрлеген ойоштороуҙың төп мәсьәләләре торҙо. Граждандарҙы бушлай юридик ярҙам менән тәьмин итеү механизмдары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә бушлай хоҡуҡи ярҙам, шулай уҡ яҡлаусыларҙың тәғәйенләнеше буйынса эшен координациялау мәсьәләләре тикшерелде.
Башҡортостан Республика адвокаттар коллегияһының Балаҡатай район филиалы адвокаттарын граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен намыҫлы яҡлаған, адвокат бурысына тоғролоҡ һәм камил профессионализм өсөн, шулай уҡ махсус хәрби операцияға булышлыҡ иткән өсөн бүләкләү тантаналы мәл булды. Мәҫәлән, Балаҡатай районы филиалы етәксеһе Булат Абдрахмановҡа БР Адвокаттар Палатаһының “СВО‑ға булышлыҡ иткән өсөн” миҙалы, III дәрәжә “Адвокатураға тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән адвокаттар Вәис Миндейәров һәм Лилиә Аккайа, Адвокаттар палатаһының Маҡтау грамотаһы менән адвокат Иван Крестовских наградланды.
Үҙ хәбәрсебеҙ