

Алған яраларынан һуң реабилитация үткєн ваљытта беҙ герой менән осраша һәм уның тарихын ишетә алдыҡ.
Тыныс тормошта яҡташыбыҙ Ҡазан ҡалаһында йәшәгән, ҙур йөк машиналары водителе булып эшләгән. Ғаиләһенең һәм балаларының киләсәген һаҡлау өсөн ул былтыр август айында үҙ теләге менән махсус операцияға юллана. Хәрби командованиенан яугир “Париж” позывнойын ала, уны уға исеме француз сығышлы булыуы арҡаһында бирәләр. Хәрби хәрәкәттәр зонаһында һалдат “Урал” йөк автомобиле водителе булып хеҙмәт итә, был эш оҫталыҡ ҡына түгел, ә ҙур яуаплылыҡ та талап итә – һәр минут һайын, тыл зонаһынан ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ул алдынғы позицияларҙа боеприпастар, аҙыҡ-түлек һәм шәхси составты килтереүҙе тәьмин итә.
Шундай хәрби сығыштарҙың береһе уның өсөн ысын ныҡлыҡ һынауы була. Ағымдағы йылдың февралендә сираттағы рейс ваҡытында уның «Урал»ына дошмандың «Ждун» дрон-камикадзеһы һөжүм итә.
“Беҙ кабинала өс кеше инек. Был үлемесле аппарат тура беҙгә осоп килә, әммә автомобилдә ҡуйылған һаҡланыу селтәре ҡалҡан кеүек тора, һәм ул беҙҙең ғүмерҙе ҡотҡарҙы. Минењ ике ҡулым һәм күҙҙәрем яраланды...», – тип һөйләй водитель.
Иптәштәренең тиҙ реакцияһы ярґамында Марсель Әхтәровты медротаға эвакуациялайҙар һәм уға беренсе медицина ярҙамы күрһәтәләр. Артабанғы дауалау хәрби госпиталдәрҙә дауам итә.
Хәрби бурыстарҙы үтәү барышында күрһәткән батырлығы һәм профессионализмы өсөн “Париж” “Хәрби берләшмә өсөн” миҙалы менән наградлана. Был награда уның дөйөм еңеүгә индергән өлөшөн һәм бурысына тоғролоғон таныу символына әүерелә.
Яҡташыбыҙ батырлыҡ, бурысҡа тоғролоҡ һәм Тыуған илгә һөйөү өлгөһө булып тора. Уға тиҙерәк һауығыуын һәм именлеген теләйбеҙ! Уның юлы хәүефһеҙ булһын, ә өйгә ҡайтыуы күптән көтөлгән һәм бәхетле булһын.
Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә һәм Ватанды яҡларға теләгән граждандар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ситуация үҙәгенең 122 йә иһә 8(347) 218-19-19 телефондары аша бирә, шулай уҡ “Минең документтарым” күп функциялы үҙәк офистарына мөрәжәғәт итә ала. Район Хакимиєтенењ номеры 8 (34750) 2-19-45. Балаҡатай районында хәрби комиссариат бүлексәһе: Яңы Балаҡатай ауылы, Мәктәп урамы, 16, тел. 8 (34750) 2-16-63; Балаҡатай районында контрактҡа саҡырыу буйынса вәкил, тел. 89965791040.
Лира Архипова