

Сәфәр барышында ғаилә менән таныштыҡ, ғаилә башлығы һәм уның ҡатыны менән аралаштыҡ, уларҙың йәшәү рәүеше, ғаилә йолалары, ҡиммәттәре һәм балаларҙы тәрбиәләүгә ҡараштары хаҡында белештек, һорауҙар бирҙек һәм хәҙерге ауыл ғаиләһенең нимә менән йәшәүен күрергә тырыштыҡ.
Әхмәтовтар ғаиләһе Балаҡатай районының төп халҡы. Бында улар тыуған, үҫкән һәм мөһим ҡарар ҡабул иткән – үҙ тормошон тыуған ерендә ҡорорға, уның тарихын үҙ хеҙмәте һәм хәстәрлеге менән дауам итергә.
Ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләнә. Айназға 11, Илназға 8, Радельға 4 йәш, є ҡыҙы Аринаға ни бары 5 ай. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, балалар тәртипкә, өлкәндәргә хөрмәт һәм үҙ-ара ярҙам итеүгә күнеккән. Улар яҡшы, ярҙамсыл һәм дуҫтарса үҫә, ә ата-әсәләре уларҙы тәрбиәләүгә айырыуса иғтибар бүлә, уларға дөрөҫ тормош ҡиммәттәрен һеңдерергә тырыша.
Ғаилә башлығы, 34 йәшлек Азат Әхмәтов, Екатеринбург ҡалаһында вахта ысулы менән эшләй. Буш ваҡытта ул шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу менән әүҙем шөғөлләнә. Ғаиләлә бер нисә баш эре мөгөҙлө мал аҫрала, үҙ аллы мал аҙығы әҙерләй һәм бөтә хужалыҡ эштәрен башҡара. Бының өсөн уларҙың үҙ техникаһы бар, уның ярҙамында ғаилә башлығы бесән саба, хужалыҡты бөтә кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итә.
Азат бала сағы тураһында айырыуса йылы итеп һөйләй. Ул ете балалы ҙур ғаиләлә үҫә. Тап ошо миҫал уның өсөн тормошта ориентир булып тора. Ул ҙур ғаиләнең яуаплылыҡ ҡына түгел, ә ҙур бәхет, ярҙам һәм көс булыуына ышана. Бөгөн ул шундай уҡ ныҡлы, татыу һәм берҙәм ғаилә булдырырға ынтыла, унда һәр кем үҙен кәрәкле һәм яратҡан итеп тоя. Уның планында хужалыҡты артабан үҫтереү һәм малсылыҡ өлкәһендә үҙ эшен булдырыу.
Уның ҡатыны 32 йәшлек Эльза ғаилә усағын һаҡлаусы. Тыйнаҡ, хәстәрлекле һәм эшһөйәр, ул үҙен тулыһынса ғаиләһенә бағышлай.Уның иңендә балалар тәрбиәләү, йорт хужалығын алып барыу һәм тормош иптәшенә ярҙам итеү. Бигерәк тә ул эштә булған осорҙа еңел түгел, сөнки ул саҡта бөтә мәшәҡәттәр уға төшә. Әммә Эльза бөтә бурыстарҙы ла лайыҡлы үтәй, йортта уңайлылыҡ, йылылыҡ һәм тыныслыҡ атмосфераһы булдыра.
Әйтергә кәрәк, Әхмәтовтар ғаиләһе үҙ мәшәҡәттәре менән яңғыҙ ҡалмай – уларҙың тормошонда ата-әсәләр әүҙем ҡатнаша, балаларын тәрбиәләүҙә һәм хужалыҡ алып барыуҙа ярҙам итә.
Әңгәмә барышында Әхмєтовтар үҙґєренең мауығыуҙары һәм тормош принциптары менән уртаҡлашты. Улар өсөн төп ҡиммәт – ғаилә, хеҙмәт һәм бер-береһенә ҡарата ихтирам. Улар бәхетле тормоштоң нигеҙе тап шундай ябай, әммә мөһим нәмәләрҙә ята тип ышана.
Әхмәтовтар ғаиләһе – хәҙерге тормошта традицион тәртипте, хеҙмәткә һөйөүҙе һәм тыуған илен ихлас һөйөүҙе һаҡлап ҡалыуҙың сағыу миҫалы. Уларҙың тормош юлы ихтирам уята һәм илһамландыра, ғаиләлә, үҙ-ара ярҙам итеүҙә һәм тамырҙарына тоғролоҡта ысын көс булыуын иҫкә төшөрә.
Азалия Шакирова,
“Беренселәр Хәрәкәте”нең урындағы бүлексәһе эшен
ойоштороу буйынса белгес