Район Хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Василий Ушаков, Балаҡатай район ветеринария станцияһы начальнигы Рита Хафизова һәм ветеринария белгестәре ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә мал ауырыуҙарын иҫкәртеү, малсылыҡ продукцияһының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре, район ветеринария хеҙмәтен үҫтереү перспективалары тикшерелде.
Сәфәр граждандарҙы ҡабул итеү менән тамамланды. Республиканың баш ветеринар чиновнигына район халҡы, шәхси эшҡыуарҙар һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре мөрәжәғәт итте. Һәр мәсьәлә буйынса Азат Йыһаншин тулы аңлатмалар һәм аныҡ тәҡдимдәр бирҙе.
Үҙ хәбәрсебеҙ.