Ул 1973 йылда Әлшәй районының Шафран ауылында тыуған. Атаһы Рәйес Йәғәфәр улы Сафинды Балаҡатай районына гәзит мөхәррире итеп эшкә ебәргәндән һуң, Рөстәм Яңы Балаҡатай урта мәктәбендә уҡый.
Контрактсы булып киткәнгә тиклем Рөстәм Рәйес улы Өфөнөң «Дортрансстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләй, унда уның йөк машиналарының һәм махсус техниканың электрикаһын һәм борт электроникаһын ремонтлауҙа оҫталығын баһалайҙар. Һуғыш башланғас, уның унда файҙалы булыуы тураһында фекере ныҡышмалыраҡ була бара. Фронтта барған ваҡиғаларҙы күреп, ул оҙаҡ икеләнә, ғәҙәти, уңайлы донъяны ҡалдырап китергә ҡурҡа. Әммә эске бурыс көслөрәк булып сыға.
“Контрактҡа мин 2024 йылдың 17 июлендә Өфөлә ҡул ҡуйҙым, – тип һөйләй Рөстәм. - Сычевкалағы бүлеү үҙәгенән һуң, Луганск Халыҡ Республикаһында, 15-се бригаданың, 2-се батальонында булдым. Уҡыуҙан һуң мине элемтә взводына ебәрҙеләр, унда радиотелеграфсы-механик булып хеҙмәт итәм, батальонда элемтәне техник тәьмин итеү өсөн яуаплымын”.
Уның көндәлек тормошо фильмдарҙағы героик һуғыш күренештәренән алыҫ була. “Сымдарґы, фильмдарҙа күрһәтелгәнсә, тартманым”, – тип көлә Рөстәм. - Беҙ шифрлау функцияһы менән ғәҙәти граждан радиоларын ҡулландыҡ”. Уның бурыстары антенналар, ретрансляторҙар ҡуйыуҙы, ә һуңғы ваҡытта йүнәлтелгән антенналарҙы көйләүҙе һәм иҫәпләүҙәр менән командование араһында бәйләнеш өсөн оптик сүс һалыуҙы, Интернетҡа инеүҙе тәьмин итеүҙе үҙ эсенә ала. “Был селтәр администраторының эше кеүек, – тип сағыштыра ул, - тик унда броня һәм автомат”.
Рөстәм Рәйес улы шулай уҡ дрондан элемтә сигналын көсәйтеүсе «Инкубатор» системаларын ремонтлау менән шөғөлләнә, уларҙы үҙаллы эшләй һәм пилотһыҙ аппараттарҙа һауа ретрансляторҙарын монтажлай. Ул «Мавик-3» квадрокоптерҙары өсөн аккумуляторҙарҙы камиллаштыра, дрондарҙы ебәрер алдынан һынауҙар үткәреп, уларҙы ремонтлай.
“Һуғышта үҙенең романтикаһы бар, – ти Рөстәм. - Унда рухың нығый, ысын тормош ҡиммәттәрен аңлай башлайһың, башҡа өҫтөнлөктәр ҡуяһың. Өйҙә, тыныс ваҡытта, экрандың икенсе яғында, ҡарашың икенсе. Ә бында фекерләү үҙгәрә. Мин үҙем дә үҙгәрҙем. Минеңсә, мин элекке кеше түгел. Элек быларҙың барыһын да етди ҡабул итмәнем, мине урап үтер тип уйлағайным. Әммә һуңынан юҡ, һуғыш барған саҡта тыныс йәшәй һәм эшләй алмаясаѓымды ањланым. Ҡарар итергә кәрәк,” – ти яугир.
Әммә хәрби хеҙмәт һынауҙарһыҙ үтмәй. Рөстәм бер нисә тапҡыр яралана, һәм хәҙер ҡабаттан госпиталдә ята. “Нөктәгә юлға сыҡҡанда FPV-дрондар аҫтына эләктек, – тип хәтерләй ул. - Беренсе “ҡош“ сыймаҡлап үтте, мине юлдан ситкә алып киттеләр, беренсе ярҙам күрһәттеләр. Икенсеһе машинаны шартлатты, өсөнсөһө – мине үлтерергә маташты, әммә булдыра алманы...”
Беҙ яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ул – Тыуған илебеҙҙең ысын патриоты. Рөстәмгә тиҙерәк һауығыуын һәм сафҡа ҡайтыуын теләйбеҙ, сөнки таҫма артында уның эше бик мөһим һәм кәрәкле.
Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә һәм Ватанды яҡларға теләгән граждандар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ситуация үҙәгенең 122 йә иһә 8(347) 218-19- 19 телефондары аша бирә, шулай уҡ Минең документтарым күп функциялы үҙәк офистарына мөрәжәғәт итә ала. Район Хакимиєтенењ телефон номеры 8 (34750) 2-19-45. Балаҡатай районында хәрби комиссариат бүлексәһе: Яңы Балаҡатай ауылы, Мәктәп урамы, 16, тел.8 (34750) 2-16-63; Балаҡатай районында контрактҡа саҡырыу буйынса вәкил, тел. 89965791040.
Елена Усольцева