Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март , 16:30

Фронтта талап ителгән бәйләнеште тәьмин итә

Беҙгә махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ менән йыш осрашырға тура килә. Уларҙы бер уртаҡ һыҙат берләштерә – яугирҙар айырым лайыҡлылыҡ менән, ығы-зығыһыҙ йәшәй.  

Билән  ауылынан «Внук» позывнойлы махсус хәрби  операцияла ҡатнашыусы Данир Ғабдулхай улы Зариповҡа ни бары 28 йәш. Әммә ул һуғыш уты аша үтеп, үлемде күрә, үҙенең хәрби иптәштәрен ҡотҡара. Ул – ысын, ҡурҡыу белмәҫ, изгелекле һәм арымай-талмай хеҙмәт иткән яугир.

Март башында беҙҙең герой сираттағы ҡыҫҡа ваҡытлы отпускҡа ҡайтты. Уны ата-әсәһе, яҡындары һәм дуҫтары шатланып ҡаршы алды. Беҙ ҙә уның менән күрештек. Әңгәмә барышында хәрби хеҙмәткәр яҡташтарынан килгән гуманитар ярҙамдың әһәмиәтен айырыуса билдәләне. Ул Билән ауылының «Өмөт» ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусы Ғабдулхай Зариповтың улы булыуы айырыуса тулҡынландырғыс мәл булды. Өйгә ҡайтҡас, яугир атаһының һәм башҡа битараф булмаған кешеләрҙең еңеүҙе яҡынайтыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләгән урынына барҙы. Ул шулай уҡ Яңы Балаҡатайҙан , «Беспокойные сердца» клубы ағзаларын да онотмай, фронтҡа баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәткәндәре өсөн шәхсән рәхмәт белдерҙе.

Махсус операцияға тиклем яҡташыбыҙ вахта ысулы менән Ҡаҙағстанда, Якутияла, Алтайҙа геологик разведкала  эшләй…

“Мин шул саҡта уҡ Тыуған илде һаҡлаусы егеттәргә ярҙам итергә кәрәк, тип уйлай башланым. Вахтанан ҡайтҡас, ир-егеттәр  ҙә унда булғанда, выжданым ситтә ҡалырға бирмәүен аңланым һәм 2023 йылдың август башында үҙ теләгем менән хәрби хәрәкәттәр зонаһына юлландым. Шулай итеп Луганск халыҡ республикаһында элемтәсе сифатында хәрби хеҙмәтем башланды. Хәҙер хәрби бәйләнеш линияһында радиостанция начальнигы булып эшләйем,   өҙлөкһөҙ бәйләнеш булдырам”, – тип һөйләй ҡыйыу яугир.

Ойошҡанлыҡ, тәүәккәллек һәм профессионализм хәрби элемтәсегә подразделениеларҙың ышаныслы һәм хәүефһеҙ бәйләнешен тәьмин итергә мөмкинлек бирә. Әммә йыш ҡына бының артында һалдат тормошо тора.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәрби бурыстарҙы үтәгәндә Ватан патриоты бер нисә тапҡыр дошмандың миномет уты аҫтына эләгә. Һуғыштар барышында ул ике контузия ала, дрон ярсыҡтарынан етди  яралана. Госпиталдә дауаланғандан һуң хәрби хеҙмәткәр яңынан алғы һыҙыҡҡа ҡайта.

Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы, ҡаһарманлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн “Внук” генерал Шайморатов, ”Хәрби батырлыҡтары өсөн”, “Хәрби батырлығы өсөн” I дәрәжә, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы”  миҙалдары менән  наградланған, уларҙың һәр береһе – ҡыйыулыҡ һәм иптәштәренең ҡотҡарылған ғүмерҙәре тураһында тарих.

Ике аҙна тыуған ерендә булып, ял итеп, энергия алғандан һуң, йәш кеше дошман менән тағы һуғышырға китте.

Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә һәм Ватанды яҡларға теләгән граждандар   үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ситуация үҙәгенең  122 йә  иһә  8(347) 218-19-19 телефондары аша бирә, шулай уҡ Минең документтарым  күп функциялы үҙәк офистарына мөрәжәғәт итє ала.  Район Хакимиєтенењ телефон номеры: 8 (347) 2-19-45. Балаҡатай районында  хәрби комиссариат бүлексәһе: Яңы Балаҡатай ауылы, Мәктәп урамы, 16, тел. 8 (34750) 2-16-63; Балаҡатай районында контрактҡа саҡырыу буйынса вәкил, тел. 89965791040.

 

Лира Архипова

Автор:
Читайте нас