Был – Ватаныбыҙҙың ҡеүәте һәм ышаныслылығы. Илебеҙ һәм республикабыҙ өсөн МХО-ла ҡатнашыусылар – иң ҡәҙерле кешеләр. Яугирҙар өсөн ышаныслы тыл булып уларҙың әсәләре, өләсәләре, ҡатындары тора... Был көслө ҡатын-ҡыҙҙар, кисерештәренә ҡарамаҫтан, Ватанды һаҡлаусыларҙың әхлаҡи рухын һәр яҡлап һаҡлай.
Яңыбай ауыл китапханаһына «Һуғыш – орден ғына түгел» кисәһенә МХО геройҙарының әсәләре, ҡатындары һәм тәрбиәгә алған ата-әсәләр йыйылды. Был көслө ҡатын-ҡыҙҙарҙың мөхәббәте ғаилә даирәһе өсөн генә түгел, ә тирә-яҡтағыларҙың тормошон яҡшыртыу өсөн дә етерлек. Сарала ҡатнашыусылар махсус операция тарихы менән танышты, презентация ҡараны. Сара аҙағында «Сәләмәт рух өлгөләре“ клубы ҡатнашыусылары «Әсәләр көтәләр улдарын» йырын башҡарҙы.
Эйе, махсус хәрби операция барышында үҙгәрештәр булды. Кешеләр бөтәһенә лә икенсе ҡараш менән ҡарай башланы. Улар бөтә күңелдәре менән ғаиләләренән алыҫ булған һәр кем өсөн борсола һәм доға ҡыла, ә һәләк булған геройҙарҙың батырлыҡтары, һис шикһеҙ, һәр йөрәктә һәм илебеҙ тарихы биттәрендә мәңге йәшәйәсәк.
Нуриза Нәжметдинова, Яңыбай ауыл китапханаһы китапханасыһы