Сара «Бөтә донъя башҡорттары Љоролтайы» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы башланғысы менән ойошторолдо һәм бөтә республиканан вәкилдәрҙе берләштерҙе.
Байрамда бөтә республиканан активистар ҡатнашты, панель дискуссия һәм «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы еңеүселәрен бүләкләү үтте. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гүзәлиә Туйсина һәм Түбәнге Үтәш ауылынан Хөснөтдиновтар ғаиләһе беҙҙең район исеменән сығыш яһаны.
Сәләмләү һүҙе менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сығыш яһаны. «Бөтә донъя башҡорттары Љоролтайы рєйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов 2025 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәмәғәт ойошмаһының эшмәкәрлеге һәм проекттары тураһында һөйләне. Дискуссия сиктәрендә ғаиләләрҙе башҡорт телен өйрәнеүгә һәм һаҡлауға йәлеп итеү механизмдары, ғаиләлә башҡорт телен һаҡлау һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде. Сарала ҡатнашыусылар өсөн күргәҙмәләр ойошторолдо. Байрам туйға арналған театрлаштырылған тамаша менән башланды, дискотека менән тамамланды.
Конкурсты ойоштороусылар булып Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһаны.
Үҙ хәбәрсебеҙ