Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март , 11:15

Бәйләнештә булыу мөһим

Мәсәғүт ауылындағы «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ  акционерҙар йәмғиәте  филиалының Балаҡатай районындағы авария-диспетчер хеҙмәте диспетчеры, район халҡынан шылтыратыуҙар ҡабул итеп, аныҡ һәм әҙәпле диалог алып барыусы Марат Михайлович Хәйруллин  Яңы Балаҡатай ауылында тыуѓан.  

Газ тармағында ул ете йыл эшләй, шуларҙың ике йылын йорт эсендә газ ҡорамалдарын хеҙмәтләндереү буйынса мастер булып эшләй.

Авария-диспетчер хеҙмәте  диспетчеры булараҡ уның бурыстары киң һәм халыҡтан газ ҡорамалдарын ремонтлауға ғаризалар ҡабул итеүҙе һәм рәсмиләштереүҙе, технологик схемаларға үҙгәрештәр индереүҙе, селтәрҙә газ параметрҙарын күҙәтеүҙе һәм башҡаларҙы үҙ эсенә ала.

“Беҙ алмашлап эшләйбеҙ. Дежур   ваҡытында ундан ашыу, ә ҡайһы ваҡытта ун биш шылтыратыу ҡабул ителә. Дөйөм алғанда, йылытыу осоро башланғас, ғаризалар йәйгеһенән күберәк. Йыш ҡына шылтыратыуҙар газ ҡаҙанлығы һүнгәнлектән, газ счетчиктары һәм плитәләр алмаштырылғандан һуң килә.... Бер генә ғариза ла иғтибарһыҙ ҡалмай», – ти диспетчер.

“Эшләгән осоронда Марат Хәйруллин үҙен дисциплиналы, тәжрибәле һәм грамоталы, үҙ һөнәрен камил белгән белгес булараҡ таныта. Коллективта ул лайыҡлы абруй менән файҙалана», – тип һөйләй ойошма етәксеһе Сергей Кинев.

Әйтергә кәрәк, ул баскетбол буйынса хеҙмәт коллективтарының зона һәм республика спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, февраль аґаѓында райондыњ баскетбол командаһы Краснокама районында ярышта љатнашты.

Газ тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, хеҙмәт бурыстарын өлгөлө үтәгәне һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Марат Хәйруллин «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Газпром төбәк-ара газ Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзының, шулай уҡ Мәсәғүт ауылындағы «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалының Маҡтау грамоталары менән наградланған.

 

 Лира Архипова

Автор:
Читайте нас