Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март , 11:10

Ауыл ирекмәне hєр ваљыт ярґамѓа килер

Айҙаҡай ауылы мәктәбенең 7 класс уҡыусыһы Гөлшат Сафина «4» һәм «5» билдәләренә генә уҡып ҡалмай, төрлө балалар һәм йәштәр ойошмаларында әүҙем ҡатнаша.

Уның рәссамлыҡ һәләте бар, сөнки ул бик матур һүрәт төшөрә, мәктәп сараларын үҙенең һүрәттәре һәм плакаттары менән биҙәй, шулай уҡ район ижади конкурстарында ҡатнаша һәм призлы урындар яулай.

Бынан тыш, Гөлшат һәр ваҡыт кешеләргә ярҙам итергә һәм уларға  булышырға инициатива күрһәтә,   бурыстарҙы үтәү өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуҙан ҡурҡмай, төрлө йәштәге кешеләр менән уртаҡ тел таба белә.   Ярҙамсыл  ҡыҙ, ауыл ирекмәне һәм мохтаждарға ярҙам һорап саҡырыуға йәки йәмәғәт эшен башҡарыуға беренсе булып яуап бирә. Мәҫәлән, ололарға ҡар  таҙартырға, һәйкәл, йылға янында сүп- сарҙы йыйыштырырға һәм башҡа эштәрҙә - hєр ерґє ул беренсе. Үҙенең әүҙемлеге һәм тырышлығы арҡаһында Гөлшат тиҫтерҙәре өсөн өлгө булып тора.

 

Валентина Цыпышева, Айҙаҡай мәктәбенең тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары

Автор:
Читайте нас