Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март , 11:10

Ветерандар сыҡты бәйгегә

Ошо көндәрҙә Айҙаҡай Мәҙәниәт йортонда ветерандар араһында  атыш, дартс, шахмат,  шашка буйынса спорт ярыштары уҙҙы. Иң активтар был ярыштарҙан ситтә   ҡалмаҫҡа тырышты.

 Ярыштар алдынан мәҙәниәт йорто фойеһында  “Айҙаҡай, Ҡурғаш, Һандалаш ауылдарынан  СССР-ҙың Көнба-йыш  сиктәрен һаҡлаусылар”, “Иң өлгөлө ветеран хужалығы-2025” тип исемләнгән стендтар эленде.

Ярышты  “Спутник”  балалар һәм йәштәр ойошмаһы белгесе Юрий Коротаев алып барҙы, ярыш һөҙөмтәләрен иғлан итте, грамоталар һәм миҙалдар тапшырҙы. Ветерандар исеменән  Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, Юрий Коротаевља оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

 

Fәптелйән Мөхәмәтшин ветерандар советы рәйесе,

Айґаљай ауылы

Автор:
Читайте нас