Ҡарлыхан ауылында йәшәүсе Әмир Янбай улы һәм Зөлфирә Низам ҡыҙы Йомаҙиловтарға Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм бәхетле осраҡ менән улының тыуған көнөнә Илмир Йомаґилов хеҙмәт иткән хәрби частың командованиеһынан Рәхмәт хаты килде. Хатта Илмир хеҙмәт ваҡытында үҙ эшенең ысын белгесе булып китеүе, хәрби хеҙмәттең яҡшы һөҙөмтәләрен күрһәтеүе, хеҙмәт бурыстарын үтәүҙә инициатива күрһәтеүе тураһында әйтелә. Хеҙмәттәштәре һәм өлкән иптәштәре менән аралашыуҙа ихтирам күрһәтә, шәхси дәрәжәһен юғалтмай һәм коллективта абруй менән файҙалана. Часть командиры ата-әсәһенә улының яҡшы тәрбиәһе өсөн рәхмәт белдерә һәм Илмирҙың хәрби традицияларҙы лайыҡлы дауам итеүсе һәм Ватанды һаҡлаусы буласағына ышаныс белдерә. Әлбиттә, ата-әсәләргә улдары тураһында яҡшы һүҙҙәр ишетеү бик оҡшай. Мәктәптә Илмир яҡшы уҡый, спорт менән шөғөлләнә, 4 кластан көрәш буйынса ярыштарҙа ҡатнаша, ҡышҡы осорҙа «Титан» хоккей клубында шөғөлләнә. Егет мәктәптән hуң Силәбе энергетика колледжына уҡырға инә. Былтыр июлдә армияға китә һәм ошондай яҡшы баһаларға лайыҡ була. Ул Тыва Республикаһында мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Һис шикһеҙ, армияла хеҙмәт итеү уға ныҡлыҡ һәм ҙур тормош тәжрибәһе бирәсәк. Илмирға еңел хеҙмәт һәм тиҙерәк өйгә ҡайтыуын теләйбеҙ!
Үҙ хәбәрсебеҙ