Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре РФ Ҡораллы көстәрендә 2025 йылдың ноябрендә ойошторолған ғәскәрҙәрҙең яңы төрө. Һайлап алыу һәм уҡытыу пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары, инженерҙар, техниктар һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса үткәрелә.
Кандидаттарға талаптар:
Рәсәй Федерацияһы граждандары (ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар) FPV-дрон операторҙары өсөн – 18 йәштән 35 йәшкә тиклем, башҡа белгестәр өсөн – 18 йәштән 45 йәшкә тиклем;
һаулыҡ торошо буйынса яраҡлылыҡ категорияһы «А– хәрби хеҙмәткә яраҡлы» йәки «Б – хәрби хеҙмәткә яраҡлы, бик аҙ сикләүҙәр менән» (хәрби комиссариаттың хәрби-табип комиссияһы тарафынан яраҡлы-лыҡ дәрәжәһе тураһында ҡарар сығарыла) булырға тейеш;
белем кимәле – юғары, урта профессиональ, урта дөйөм йәки төп дөйөм.
Һеҙ пилотһыҙ системаларҙы көйләргә һәм программаларға, 3D-моделирование һәм 3D -печать өлкәһендә махсус программа ярҙамында эшләргә, төрлө типтағы пилотһыҙ системаларҙы – һауа (мультироторлы, шулай уҡ самолет тибындағы), ер өҫтө, һыу өҫтө һәм һыу аҫты системаларын осорорға, пилотһыҙ системаларҙы – техника схемаhы, иретеп йәбештереүҙе, электр сылбырҙары, антенналар күрһәткестәрен анализлаусы приборҙар менән эшләргә өйрәнерһегеҙ. Шулай уҡ коммерция пилотһыҙ осоу аппараттары менән эшләргә – уларҙы быраулап тишергә, көйләргә, хеҙмәтләндерергә һәм ремонтларға, IP-селтәрҙәр, радио-элемтә төҙөргә, топографик карталарҙы тикшерергә, инженерлыҡ эшен белергә, шартлатҡыс матдәләр менән эшләргә, транспорт саралары менән идара итергә өйрәнерһегеҙ.
Махсус контракт төҙөү ваҡыты – 1 йыл. Был контракт шарттары буйынса хеҙмәт итеү ваҡыты тик пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре подразделениеларында ғына үтә, унда төрлө типтағы дрондар менән идара итеүгә мотлаҡ уҡыу курсы, маҡсаттарҙы юҡ итеү өсөн түләүҙәр, шулай уҡ контракт ваҡыты тамамланғандан һуң, яңы контракт төҙөргә теләк булмағанда, эштән бушатыу гарантиялана.
Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инеүсенең тәьминәт исемлеге:
3 900 000 һумдан РФ Оборона министрлығы менән 1 йыл һәм унан да күберәк срокка контракт төҙөгән осраҡта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тулы йыл хеҙмәт итеү өсөн. Шул иҫәптән йылына 2 520 000 мең һумдан (хәрби званиеһына, вазифаһына һәм хеҙмәт стажына ҡарап), 400 мең һумдан – федераль бер тапҡыр бирелә торған түләү, 1 миллион һум – төбәк бер тапҡыр бирелә торған түләү. Хәрби хеҙмәттең айырым шарттары өсөн БпС белгестәренә хәрби вазифа буйынса эш хаҡына ай һайын 300 процент өҫтәмә түләү. Юҡ ителгән вертолет өсөн 200 мең һум, юҡ ителгән самолет өсөн 300 мең һум, юҡ ителгән танк өсөн 300 мең һум, юҡ ителгән БПЛА өсөн 50 мең һум, 100 мең һумға тиклем дошмандың тере көсөн юҡ иткән өсөн, иң яҡшы хәрби хеҙмәткәрҙәргә айырым, шулай уҡ башҡа йөкмәтелгән бурыстарҙы хәл итеү өсөн өҫтәлмә түләүҙәр ҡаралған. 50 мең юҡ ителгән БМП, БМД, БТР, МТЛБ, САУ, С-300, “Бук”, “Тор”, “Оса”, реактив залп уты хәрби машинаһы өсөн;
даими ай hайын аҡсалата тәьмин итеү;
хеҙмәт торлағын биреү, торлаҡты ҡуртымға алған өсөн компенсация, тупланма ипотека системаһы;
әйберҙәр менән тәьмин итеү;
аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү йәки аҡсалата компенсация менән тәьмин итеү;
бушлай медицина хеҙмәтләндереү;
диспансер күҙәтеү;
шифахана-курорт тәьминәте.
Әгәр һеҙ махсус контракт шарттарында пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә хәрби хеҙмәткә инеү менән ҡыҙыҡһынһағыҙ, контракт хеҙмәте мәсьәләләре буйынса ошо номерҙарҙың береһенә шылтыратырға мөмкин:
ситуация үҙәге 122 йәки 8 (347) 218-19-19;
hайлап алыу пункты 8 (347) 248-29-31;
хәрби комиссариат бүлексәһе (Яңы Балаҡатай ауылы, Мәктәп урамы, 16), тел. 8 (34750) 2-16-63; контракт хеҙмәтенә саҡырыу буйынса вәкил телефоны +79198886207.
Наил Бәҙретдинов,
контракт хеҙмәтенә саҡырыу буйынса вәкил