Был темаға тарих фәндәре кандидаты И.М. Гвоздикованың нигеҙле фекере билдәле: Салауаттың әсәһе Аҙнабикә Балаҡатай ырыуының Үтәш ауылынан булырға тейеш. Был хаҡта Салауат Юлаевтың туғаны Сағыр Үтәшевҡа яҙған хатын документаль раҫлау нигеҙендә һөйләргә мөмкин.
2016 йылда “Генеалогия Балакатайцев“ китабы сыҡты, был китап нигеҙендә Сағыр Үтәшевтың шәжәрәһе төҙөлә. Шәжәрәлә Аҙнабикә Ҡотлоғужина (Салауаттың әсәһе) Үтәш Ҡотлоғужиндың ҡыҙы тип яҙылған. Үзбәкстандан ғалим – филолог Нәсретдин Назаров Салауаттың әсәһе Балаҡатай ырыуының Үтәш ауылынан тип яҙа, әммә ахырҙа Ғафури районының Үтәш ауылын өҫтәй. Бөтә билдәле мәғлүмәттәрҙе анализлап, ғәҙел һығымта яһарға мөмкин: Салауат Юлаевтың әсәһе, һис шикһеҙ, Балаҡатай ырыуының Үтәш ауылынан булған.
Балаҡатайҙар 1774-1775 йылдарҙағы ихтилалда йорт старшинаһы Сара Абдуллин, шул иҫәптән йөҙбашы Сағыр Үтәшев етәкселегендә әүҙем ҡатнаша. 1775 йылдың аҙағында Сағыр Үтәшев губернаторға ихтилалда ҡатнашҡаны өсөн һалынған 4 мең һум штрафты түләй алмауы тураһында яҙған осраҡ билдәле.
Отставкалағы йөҙбашы Үтәш Ҡотлоғужиндың губернаторға Сағырҙың улын, ә һуңынан Яхьяны йөҙбашы итеп тәғәйенләүҙе һорап яҙған хаттары билдәле. Үтәш балалары: Аҡбирҙе 1743 йылғы, Сағыр 1738 йылғы, Яхья 1763 йылғы, Әбсәләм 1767 йылғы, һәм Салауаттыњ єсєhе Аҙнабикә (Гөлбикә) 1734 йылғы.
Бөгөнгө көндә Түбәнге Үтәш һәм Үрге Үтәш ауылдарында Салауат Юлаевтың әсәһе яғынан тере туғандары юҡ.
Әммә Яхья улы Зәйнитдиндең ҡыҙы Бәҙрисафа 1855 йылда Яңы Масҡары ауылынан Ғәли Ғәбделнасировҡа кейәүгә сыға. Уларҙың балалары: Хәкимйән, Әсхәпъямал, Гөлсәсәк. Әсхәпъямал шул уҡ ауылдан Аллабирҙе Йомаҙиловҡа кейәүгә сыға. Уларҙың балалары: Ғилемхан, Һөләймән, Ибниәмин, Ахунйән, Сабирйән. Киләһе быуын: Мәрғүбә Ғилемхан ҡыҙы 1912 йылғы, Мәүлиха Һөләймән ҡыҙы 1921 йылғы, Әхмәтгәрәй Ибнеәмин улы 1926 йылғы, Миңлеямал Ибнеәмин ҡыҙы 1927 йылғы. Был ауылда артабанғы быуын вәкилдәре юҡ.
1855 йылда Хәҙисә Ғәбделғәзиз ҡыҙы Әпсәләмова Яңыбайҙан Солтанғәле Ғәбдел-вәлиевҡа кейәүгә сыға. Уларҙың балалары: Нурғәле 1876 йылғы, Маһира 1880 йылғы, Сәитғәле 1884 йылғы, Мөхәмәтғәле 1889 йылғы. Киләһе быуын: Мөхәмәтвәлиулла Нурғәле улы 1903 йылғы, Бибихәтимә Нурғәле ҡыҙы 1906 йылғы, Бибинур Сәитғәле ҡыҙы 1921 йылғы. Яңыбайҙа артабанғы быуын вәкилдәре юҡ. Маһира Солтанғәле ҡыҙы Бурансы ауылынан Дүшәнбай Исмәғилевҡа кейәүгә сыға, бөгөн уларҙың балалары, ейәндәре иҫән булыуы ихтимал.
Зәйнитдиндең ҡыҙы Разия Ҡыйғы районының Ҡабыл ауылынан Дәүләтшинға кейәүгә сыға. Салауат Юлаевтың әсәһенең туғандарын эҙләү күрше өлкәләрҙә лә дауам итә.