Мин, ауыл хәбәрсеһе булараҡ, район гәзите менән күптән хеҙмәттәшлек итәм, һәм уҡытыусыларґыњ ґур коллективында миңә һәр ваҡыт мәктәп тормошон яҡтыртыуым өсөн рәхмәт әйттеләр. Ә уҡыусылар һәр ваҡыт сараларҙан һуң: “Ә һеҙ беҙҙең хаҡта гәзиткә яҙырһығыҙмы?» – тип һорарҙар ине. Улар өсөн гәзиттә үҙҙәре тураһында яҙылғанды уҡыу, иң юғары маҡтау тигәнде аңлата ине. Ул саҡта редакцияла Михаил Пантелеев, Сергей Карабатов, Владимир Ощепков, Рәзилә Баҡыева һәм башҡа бик күп кешеләр эшләй ине. Мин уларға ҙур ихтирам менән ҡараным. Ул ваҡытта гәзиттең мөхәррире Рәйес Йәғәфәр улы Сафин булды. Уның тураһында район гәзитенең юбилейына һөйләргә теләйем.
Рәйес Йәғәфәр улы 1949 йылда Салауат районының Малаяҙ ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1966 йылда Салауат районының «Ленин байрағы» гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре сифатында башлай. 1970-74 йылдарҙа Бөрө дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетында уҡый, уны тамамлағандан һуң Салауат районының «Ленин байрағы» гәзите мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. 1985 йылдан, 15 йыл дауамында Балаљатай районында «Новая жизнь» гәзитенең мөхәррире булды.
Һуңынан «Известия Башкортостана» республика гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, «Балаҡатай хужалыҡ-ара урман хужалығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы, «Балаҡатай-агроинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры булып эшләне. 2003 йылдан – Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры ярҙамсыһы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡтың баш белгесе. Бер нисә тапҡыр район Советы депутаты, Башҡортостан Республикаһы журналистар Союзы идараһы ағзаһы, СССР журналистар Союзы журфонды ағзаһы итеп һайлана. 1989 йылда “БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре“ исеме бирелә.
Редактор булараҡ ул гәзиттең иң көнүҙәк темаларын күтәрҙе, уларҙы тикшереүгә сығарҙы һәм һөҙөмтәләргә өлгәште.
Ҡатыны Рима Шафиҡ ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Улы Рөстәм хәҙер махсус хәрби операция зонаһында. Рәйес Йәғәфәр улы хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Өфөгә китһә лә, ул һәр ваҡыт телефондан шылтыратып, район эштәре менән ҡыҙыҡһынды. Ғинуарҙа ул үҙенең 77 йәшен билдәләне, һәм беҙ уны йола буйынса ҡотланыҡ. Һөйләшеүҙә ул туған редакцияһы, хеҙмәткәрҙәре һәм коллегалары тураһында һорашты. Ул барыһын да бик яҡшы хәтерләй. Йәш сағында ул беҙҙең районға килә, бында шәхес булараҡ формалашты, сәйәси карьераһында алға китеш булды. Беҙҙең яҡ уның күңелендә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы. Бына шундай иҫ киткес ихлас кешеләр редакция менән етәкселек итте.
Рєйфє Хафизова, ауыл хәбәрсеһе