Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март , 09:30

Башҡорт шиғриәте ыласыны

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡыусылар! Билдәле башҡорт шағиры – публицисты Сәләм Ғәлим улы Ғәлимовтың ижадына арналған “Башҡорт шиғриәте  ыласыны” викторинаһы дауам итә.  

Биш көн барышында беҙ яуаптар ҡабул иттек. Өсөнсө  һорауға тәүгеләрҙән булып Майғаҙы ауылынан Нәфисә Мурова, Яңыбайҙан Нәфисә Миңлейәрова, Айҙаҡай ауылынан Нуриза Шәрхиева, Яңы Балаҡатайҙан   Флорида Fєрф‰тдинова    дөрөҫ яуап бирҙе.

Яҙыусының стиль үҙенсәлектәре:

 Лаконизм. Шағир аныҡлыҡҡа, ҡыҫҡалыҡҡа һәм афористиклыҡҡа ынтыла.

 Фекерҙең аныҡлығы, яҙыуҙың ябайлығы, шиғырҙың моңлолоғо һәм шымалығы. 

 Тере халыҡ телен ҡулланыу. Шағир бик күп ҡиссалар, ҡобайырҙар белә һәм уларҙы оҫта итеп һөйләй ала.

Ритмика һәм интонация өлкәһендә яңылыҡ. Сәләм Ғәлимов милли шиғриәттең интонацион һәм ритмик мөмкинлектәре өлкәһендә өҙлөкһөҙ эҙләнеүҙәр алып бара, составлы рифмалар системаһын индерә.

Новеллизм алымдарын ҡулланыу. Сәләм Ғәлимовтың эпик поэмалары (“Ыласын”, “Бала” , “Тормош” ) тәрән психологизм, ярҙамсы образдарҙың, шиғри деталдәрҙең, экспрессив мөмкинлектәрҙең ролен көсәйтеү менән характерлана.

«Мирон улым», «Мәскәү», «Һәйкәл», «Беҙҙең урам байрағы», «Барыһынан да күңелле көләбеҙ» кеүек шиғырҙар Сәләм Ғәлимовтың гражданлыҡ лирикаһы өлгөләре булып тора.

Ә хәҙер, ҡәҙерле уҡыусылар, һеҙҙең иғтибарға дүртенсе һорау тәҡдим итәбеҙ: Күренекле башҡорт әҙәбиәт белгесе һәм тәнҡитсеһе, Сәләмдең ижады менән етди шөғөлләнә, уның әҫәрҙәрен, уларҙың художество-лылығын һәм уларға һалынған эске мәғәнәһен юғары баһалай, ул уның «Шоңҡар» (Сокол) поэмаһын айырып күрһәтә, ул ысын тәрән лиризм менән һуғарылған тип раҫлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был поэма (һәм башҡалар) тәржемә ителмәй ҡала. Был кем?

Яуаптар 2-21-53, 89613592843 телефондары  буйынса һорау гәзиттә баҫылып сыҡҡандан һуң, биш көн эсендә ҡабул ителә. Лилиә Фәрит ҡыҙы Йосопова.

Викторина еңеүселәрен   бүләктәр көтә.  

Автор:
Читайте нас