Әнүәретдин Фәрүәзетдин улы үҙенең тормош юлының байтаҡ өлөшөн ауыл хужалығына бағышланы. Рәйеслек иткәндән алып 19 йыл үтә. Райондың, атап әйткәндә, Яңыбай еренең үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Әнүәретдин Сәмитов урта белемде тыуған ауылында ала, 1968 йылда мєктєпте тамамлай, ә хеҙмәт эшмәкәрлеген ул Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң «Победа» колхозында агроном булып башлай. Артабан ул хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер һәм “Чапаев” исемендәге колхоздың комсомол ойошмаһы секретары, Балаҡатай район комсомол комитетының ойоштороу бүлеге мөдире һәм Алағуҙ совхозының партия ойошмаһы секретары була.
Уның хеҙмәт биографияһындағы күтәрелеш көтөлмәгәндә башлана. 1985 йылда Әнүәретдин Сәмитовты «Чапаев» исемендәге колхоз рәйесе вазифаһына тәҡдим итәләр. 20 йылдан ашыу, хаҡлы ялға киткәнсе, ул был колхозды етәкләй һәм үҙе тураһында иң яҡшы хәтирәләр ҡалдыра.
Ул йылдарҙа хужалыҡта производство объекттары, малсылыҡ биналары реконструкциялана. Уның етәкселегендә 30 километрҙан ашыу эске хужалыҡ юлдары төҙөлә, шуларҙың 4,7 километрына асфальт т‰шєлє, шулай уҡ склад биналары һәм машина-трактор оҫтаханалары төҙөлә. Колхозсыларҙың көнкүрешенә ҙур иғтибар бүленә. Улар өсөн 20-нән ашыу фатир, 300 урынлыҡ Мәҙәниәт йорто һәм Айғыръял ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәп төҙөлә. Үҙгәрешһеҙ һәм алмаштырғыһыҙ активист булараҡ, ул бер нисә тапҡыр Яңыбай ауыл советы депутаты итеп һайлана.
Юбилярҙың яҡындары һәм дуҫтары уның менән ғорурлана ала, сөнки уның хеҙмәте юғары кимәлдә баһалана. Бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеге осоронда уның бер нисә лайыҡлы наградалары һәм отличиелары бар.
Юғары профессиональ оҫталығы һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Әнүәретдин Фәрүәзетдин улы Сәмитов «Балаҡатай районы муниципаль районын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» иҫтәлекле билдә менән наградланған.
Ғүмер буйына юбилярҙың төп шатлығы – уның ғаиләһе. Уның янында тоғро юлдашы ҡатыны Нина Ивановна. Һәр ваҡыт бәйләнештә уның ике балаһы һәм биш ейән-ейәнсәре. Улдары Илшат Сорѓот љалаhында теш табибы, ә ҡыҙы Земфира район Хакимиәте башлығының социаль-мәҙәни һәм гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫар вазифаһында эшләй.
Тыуған көнөндә юбилярҙың телефоны туған кешеһен, коллегаһын, ауылдашын биографияһындағы сираттағы юбилей датаһы менән ҡотларға теләгән шылтыратыуҙар к‰п булды. Район Хакимиәтенең ауыл хужалығы Секторы етәкселеге лә рәхмәт белдерҙе.
Беҙ ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ һәм Әнүәретдин Фәрүәзетдин улына оҙон ғүмер, рух күтәренкелеге һәм оптимизм теләйбеҙ!
Лира Архипова