Был изге ерҙә, билдәле радиожурналист, мәғрифәтсе, йәмәғәт эшмәкәре һәм хеҙмәт ветераны Ғәптелйән Сабировтың ижады ла барлыҡҡа килде. Уның яҙмышы – маҡсатҡа ынтылыш һәм талант тарихы. Бындай шәхестәр халыҡ хәтерендә мәңге һаҡлана. Һәм Үрге Өпәйле өсөн Ғәптелйән Хәйҙәр улы Сабиров шундай кеше. Быйыл ғинуарҙа уға 75 йәш тулыр ине.
Ул беҙҙең менән ике йыл инде юҡ. Әммә күпме генә ваҡыт үтмәһен, уның иҫтәлеге йөҙҙәрсә һәм меңдәрсә кешенең йөрәгендә һүнмәҫ ялҡын булып йәшәйәсәк, сөнки улар менән уны оҙайлы ижад юлы дауамында ваҡиғаларға һәм ҡаҙаныштарға бай тормош етәкләй. Ул үҙенең ғүмерен кешеләр менән эшләүгә – утыҙ йылдан ашыу шөғөлләнгән мәҙәни һәм мәғрифәтселек эшмәкәрлегенә бағышланы. Оҙаҡ йылдар ҡаланың башҡорт мәҙәни үҙәге йәмәғәт ойошмаһын етәкләне, үҙен талантлы һәм оҫта ойоштороусы булараҡ күрһәтте.
Ғәптелйән Хәйҙәр улы Сабиров 1951 йылда Башҡортостандың йәмле урындарының береһе – Балаҡатай районының боронғо башҡорт ауылы – Иҫке Масҡарыла күп балалы ғаиләлә тыуған. Ғаиләлә һигеҙ бала үҫә. Ғәптелйән, өлкән бала булараҡ, һәр ваҡыт атаһы Хәйҙәр янында була. Кешеләргә ҡарата һиҙгер һәм иғтибарлы булып үҫә, өлкәндәрҙең тормош дәрестәренән фәһем ала. Бала саҡтан китап уҡырға ярата. Эшһөйәр, уңышлы уҡыусы була. Ғаиләлә яҡшы атмосфера хөкөм һөрә.
Бында ул бала сағын үткәрә, ауыл мәктәбендә уҡый, унда тәүге тапҡыр белемгә ынтылышы асыла. Моғайын, малайҙың формалашыуына тыуған яҡтың тәбиғәте, шулай уҡ ата йорто булышлыҡ иткәндер. Уның атаһы көслө кеше була, төрки халыҡтары байрамы – һабантуйҙарҙа танылған көрәшсе, бер нисә тапҡыр еңеү яулай. Ул улының киләсәгенә йоғонто яһай, шиғриәткә һәм музыкаль ижадҡа һөйөү тәрбиәләй. Атаһы ҡурайґа бик яҡшы уйнай, шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙарын яратып башҡара. Әсәһе йорт хужалығында шөғөлләнә.
Байрамдарҙа ата-әсәһенең йортонда күп һанлы туғандары йыйыла, улар йырлай, аш-һыу әҙерләй, ә олатаһы гармунда уйнай, балалар музыка һәм күңел йылыһы менән ләззәтләнә. Ата-әсәһе уны башҡорт мәҙәниәте һәм изгелеге традицияларында тәрбиәләй. Fєптелйєн Сабиров тыуѓан йортоноњ йылыһын бөтә ғүмере буйына hаљлай.
Малайҙың талантын ата-әсәһе бала сағында уҡ күрә. Биш йәшендә малай халыҡ һәм эстрада йырҙарынан куплеттар йырлай, уларҙы ишетеп ҡабатлай. Күршеләр ҙә Ғәптелйәндең таланты тураһында белә. Ул бала саҡтан уҡ тыуған ауылынан һәм районынан республикала ғына түгел, унан ситтә лә билдәле булған бөтә лайыҡлы кешеләрҙең – шағирҙар, яҙыусылар, ғалимдар, артистар һәм башҡаларҙың исемдәрен белә. Туғандары, яҡындары, уҡытыусылары, тиҫтерҙәре билдәләүенсә, малайҙың хәтере бик яҡшы була, шуға күрә уға уҡыу ҙа еңел бирелә: ул күп шиғырҙарҙы яттан белә, нескәлек һәм ҙур рәхәтлек менән төрлө мәктәп постановкаларында иң ҡатмарлы ролдәрҙә уйнай. Ул күп уҡый, сәнғәтте ярата.
Клубҡа кино килеүе Ғәптелйән өсөн айырым байрам була: ул алдан уҡ яҡшы урын биләй, киноны иғтибар һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай, ә һуңынан башҡаларға мауығып һөйләй, картинаның бөтә эмоциональ буяуҙарын тапшыра.
1968 йылда урта мәктәпте тамамлай. Мәктәптән hуң Үрге Өпәйле ҡалаһына килә һәм металлургия заводына эшкә урынлаша, башта токарь станогында өйрәнсек була, һуңынан токарь булып 1990 йылға тиклем эшләй. Заводта ул үҙенең мөхәббәте Фәрзәнәне осрата.
1969 йылда Совет армияһы сафына саҡырыла, өс йыл Североморск ҡалаһының Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Хеҙмәт иткән осорҙа егет үҙен тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтә.
18 йыл Ғәптелйән Сабиров, пенсияға киткәнгә тиклем мебель фабрикаһында, токарь булып эшләй. Йәмәғәт эше менән шөғөлләнә, «Уралым» башҡорт үҙәгенең ҡала йәмәғәт ойошмаһы рәйесе була. Үрге Өпәйле ҡала радиоһында башҡорт телендә тапшырыуҙар мөхәррире һәм алып барыусыһы була. Радиотапшырыуҙарҙа халыҡ ижадын, үҙ халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен пропагандалай. Бөтә тапшырыуҙар ҙа мәғлүмәт һәм мәғрифәтселек характерында була.
Ғәптелйән ата-әсәһенә, ҙур ғаиләһенә, туғандарына хөрмәт менән ҡарай. Аҙна һайын, ял көндәрендә, ул Иҫке Масҡарыға ата-әсәһе янына ҡайта. Ата-әсәһе улын шатланып ҡаршы ала. Ғәптелйәндең ағалары йыйыла һәм төнгә тиклем йылы аралаша. Уны туғандары ла, күршеләре лә көтә, алыҫтан танып, балалар ҡаршыға йүгереп сыға. Ғәптелйән йорто һәр ваҡыт ҡунаҡтар менән тулы була. Фәрзәнә Мөхәмәтйән ҡыҙы – ҡатыны һәм дуҫы, йорттоң изге күңелле, яғымлы хужабикәһе лә ҡунаҡтарҙы шатланып ҡаршылай.
1990 йылда Ғәптелйән Сабиров “Ләйсән” башҡорт халыҡ коллективына килә, әүҙем ҡатнашыусы булып китә: ул коллективтың режиссеры, йырлай, бейей, шиғырҙар яҙа, костюмдар һәм музыка ҡоралдары һатып алырға ярҙам итә. Бөгөн ҡалала бер генә ҙур сара ла был коллектив ҡатнашлығынан тыш үтмәй, уны округтың һәр тораҡ пунктында беләләр һәм яраталар. Ҡалала беренсе Һабантуй уның инициативаһы һәм сценарийы буйынса ойошторола. Бынан тыш, ул башҡорт мәҙәни үҙәктәре етәкселәре өсөн форумдар һәм семинарҙар үткәрә, улар йәмәғәтселәр өсөн мәктәп була.
1995 йылда Ғәптелйән Сабиров I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты итеп һайлана, һәм Өфөгә сәфәрҙән һуң башҡорт халҡы мәнфәғәтендә тағы ла әүҙемерәк эшләй башлай. Ғәптелйән Хәйҙәр улы Үрге Өпәйле ҡалаһында башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен һәм тарихын һаҡлау өсөн йәшәй һәм эшләй.
Ғәптелйән Сабировты бөтә мәҙәни берләшмәлә ихлас хөрмәт итәләр, унан кәңәш һорайҙар. Һәм ул һәр ваҡыт ярҙамға килә, үҙенең тәжрибәһе менән йомарт уртаҡлаша, кешеләрҙе үҙенә ылыҡтыра белә һәм изге эштәр башҡарыу өсөн үҙенең ҡайнар энергияһын бүлешә.
Ҙур йәмәғәт һәм мәғрифәтселек эше өсөн Ғәптелйән Хәйҙәр улы Сабиров ҡала Хакимиәтенең, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Силәбе өлкәһе Закондар сығарыу йыйылышының, Силәбе өлкәһенең Мәҙәниәт министрлығының, өлкә башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау грамоталары менән билдәләнә. Был наградаларҙың барыһы ла үҙ халҡына, ҡалаһына һәм уның бөтә мәҙәни саралар менән кешеләрҙең тормошон рухи яҡтан бай һәм эмоциональ яҡтан ҡыҙыҡлы итергә теләүенә ысын хеҙмәт итеүен дәлилләй. Ҡатыны Фәрзәнә Мөхәмәтйән ҡыҙы менән бергә ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр.
Билдєле исем, туғандарының, коллегаларының һәм күп һанлы көйәрмәндәренең тәрән ихтирамын яулаған кеше, 2023 йылда ҡаты ауырыуҙан һуң, вафат булды. Уның изге эштәре тураһында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡлана. Уның эше үлмәй. Уның эшмәкәрлеген бөтә Рәсәй, төбәк, өлкә фестивалдәре һәм конкурстары лауреаты, “Ләйсән” башҡорт халыҡ коллективы етәксеһе, ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе яҡташы Фәнүзә Зарипова дауам итә.
Мөхәмәт Хәбиров,
тыуған яҡты өйрәнеүсе, культуролог, Силәбе өлкәһенең тарихсылар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр советы ағзаһы