1985 йылда, Силәбе медицина училищеһын тамамлағандан һуң, Светлана Исмәғилева диплом менән Билән участка дауаханаһына акушер булып эшкә урынлаша.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 38 йыл эшләү дәүерендә ул үҙен грамоталы белгес, һиҙгер, намыҫлы кеше һәм хеҙмәткәр булараҡ уңышлы күрһәтә. Дөйөм хеҙмәт стажы 41 йыл тәшкил итә. Уның хәстәрлекле һәм оҫта ҡулдары йөҙләгән пациенттарға имен-аман әсәй булырға ярҙам итә.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Светлана Ҡәүей ҡыҙы Исмәғилева бер нисә тапҡыр район Хакимиәтенең һәм дауахана етәкселегенең Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
Лира Архипова