Республиканың Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре автобус водителдәренең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге талаптарын үтәүен тәьмин итеүгә, автобустарҙың техник торошон тикшереүгә, водителдәрҙең хеҙмәт һәм ял режимын үтәүен контролдә тотоуға айырыуса иғтибар бүләсәк.
2025 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда автобустар ҡатнашлығында 142 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 9 кеше һәләк булған һәм 202 кеше яраланған.
Төп бурыс - йәмәғәт транспортын өҫтөн күргән пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге тураһында хәстәрлек күреү. Пассажирҙар ташыусы автобус водителдәре пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге өсөн ҙур яуаплылыҡ тотоуҙарын аңларға тейеш.
Пассажирҙарҙы транспортта йөрөү хәүефһеҙлеген тикшереү буйынса үткәрелгән сараларға аңлап ҡарарға саҡырабыҙ, сөнки тырышлығыбыҙ кешеләрҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлауға йүнәлтелгән. Саралар 26 февралгә тиклем дауам итәсәк.
Алексей Пономарев, Балаҡатай районы буйынса юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы, полиция майоры