Быйыл билдәле башҡорт шағиры һәм публицисы
Сәләм Ғәлим улы Ғәлимовтың тыуыуына 85 йыл тула.
Һәр ваҡыт кешеләр үҙҙәренә килгән ниндәйҙер эмоцияларҙы шиғри формала бирергә ынтыла. Үҙ фекерҙәрен рифмаларға туплау һәләтенә эйә булғандарҙа, тирә-яҡ донъяны нескә ҡабул итеүселәрҙә был йыш ҡына үҙенән-үҙе була. Уларҙың күбеһе ғүмер буйына йәндең сафлығын һаҡлай, уларҙың донъяны тойоуына, әйтәйек, донъяла барған һауа торошо процестары йоғонто яһамай. Ҡайҙа ғына булһалар ҙа, улар тирә-яҡтағыларға йылылығын бүлешеп, ыңғай энергия бирә.
Тап шундай кеше – күренекле башҡорт шағиры Ғәлимов Сәләм, ул үҙ халҡының шиғри ижадын үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Уҡыусыларҙы сюжеттың мауыҡтырғыслығы, образдарҙың йәнлелеге, әҙәби деталдәр булдырыу оҫталығы йәлеп итә.
Балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә яратҡан әҫәрҙәре авторының юбилейы хөрмәтенә гәзит редакцияһы Ғ. Сәләм ижадына арналған “Башҡорт шиғриәте ыласыны” викторинаһын үткәрә.
Викторина яҙыусының тормошо һәм ижады тураһында биш һорауҙы үҙ эсенә ала. Бөтә һорауҙарға дөрөҫ һәм оператив яуап биргән уҡыусы еңеүсе тип иҫәпләнә. Викторинала балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала.
Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарға викторинаның беренсе һорауын тәҡдим итәбеҙ: шағирҙың биографияһын һөйләгеҙ.
Яуаптар һорау гәзиттә баҫылып сыҡҡандан һуң биш көн барышында 2-21-53 телефоны аша ҡабул ителә, Лилиє Фєрит љыґы Йосопова.
Викторина еңеүселәрен бүләктәр көтә.
Лилиє Йосопова