Бына шулай, йылдан-йыл үҙ эшенең белгесе ауыл хужалығы тармағында ҙур стажға эйә була. Уның дөйөм хеҙмәт стажы 45 йыл тәшкил итә.
Ул Ҡуҫа ҡалаһында тыуа һәм үҫә. Мәктәп йылдары һиҙҙермәй генә үтә. Хеҙмәт юлын егет урындағы машиналар эшләү заводында токарь булып башлай. Армия хеҙмәтен Германияла совет ғәскәрҙәре төркөмөндә механик – водитель булып үтә. Хәрби хеҙмәттән һуң ул өйөнә ҡайта һәм токарь булып эшләүен дауам итә. Тиҙҙән Йомаҙил Әбсәләм ауылынан тыйнаҡ ҡыҙ Минзәлә менән таныша һәм улар өйләнешә.
80-се йылдар аґаѓында йәш ғаилә Әбсәләмгә ҡайтырға ҡарар итә. Хәстәрлекле ѓаилє башлығы шунда уҡ Калинин исемендәге колхозға механизатор булып эшкә урынлаша, ә ҡатыны малсылыҡ фермаһында эшләй.
Тәүҙә тырыш ир ДТ-75 гусеницалы тракторында эшләй, ваҡыт үтеү менән ул «Беларус» МТЗ-82 тракторына күсә. Ҙур эш тәжрибәһенә эйә булған Йомаҙил Ибраһим улы әле лә ошо предприятиела эшләй. Хужалыҡта эш һәр ваҡыт етерлек. Иген сәсеү, мал аҙығы әҙерләү, ерґе сәсеүгә әҙерләү, был эштәрҙе ул һәр ваҡыт сифатлы башҡара. Бынан тыш, урып-йыйыу эштәре ваҡытында механизатор барыһы 18 миҙгел комбайн руле артына ултыра.
Шул уҡ ваҡытта ул йәштәрҙең хәҙер ауыл хужалығы тармағына барырға теләмәүе һәм тупланған тәжрибәһен бер кемгә лә еткермәүе тураһында ла үкенес менән һөйләй.
Яуаплылыҡ, дисциплиналылыҡ кеүек шәхес сифаттары уға яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итә, шуның менән ауыл хужалығы эшенә ҙур өлөш индерә.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Йомаҙил Ибраһим улы Зарипов Балаҡатай район Хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән билдәләнде.
Лира Архипова