Әммә быларҙың барыһы ла бер кешелә һирәк осрай. Бөгөн беҙ тап ошо яҡтарҙы бер яҡты тормошҡа берләштергән кеше тураһында һөйләргә теләйбеҙ. Уның исеме Резида Фәйзулла ҡыҙы Йосопова.
Яңы Балаҡатайҙағы 1-се һанлы урта мәктәп уҡыусылары өсөн ул – уларҙы ишек төбөндә ҡаршы алған һәм оҙатып барған, дәрескә ҡыңғырау шылтыратҡан кеше. Райондың матур ханымдары өсөн ул – иң мөһим тантана өсөн идеаль образ тыуҙырыусы оҫтабикә. Ә улдары өсөн – иң шәп әсәй генә. Беҙ Резида Фәйзулла ҡыҙы менән уның юлы, бейеүгә мәңгелек һөйөүе һәм ни өсөн уның сәстәрен «терапевтик» тип атауҙары тураһында һөйләштек.
Бьюти-индустрияла уның профессиональ юлы 2016 йылда башлана. Ул саҡта ул ҡатын-ҡыҙҙарҙы күҙ керпеген ламинирлау процедураһы менән таныштырыусы тәүгеләрҙән була. Клиенттар һоҡлана: ҡалаға заманса хеҙмәттәр өсөн йөрөргә кәрәкмәй. Әммә тормош төҙәтмәләр индерә: күҙенә ҡатмарлы операциянан һуң химик составтар менән эшләүҙән баш тартырға тура килә. Әммә ысын оҫта һәр ваҡыт яңы юл табасаҡ. Бөгөн Резида Фәйзулла ҡыҙы нәфис киске һәм туйѓа прическалар эшләй. Әммә ҡатын-ҡыҙҙар уға матурлыҡ өсөн генә килмәй. “Күптәр минең менән булыу – психологҡа барыу кеүек”, – ти Резида йылмайып.- Тантана алдынан һәр кем борсола, ә ултырғыста ул ял итә, ышана, һәм бөтә көсөргәнешлек китә. Беҙ аралашабыҙ, яҡшылыҡ менән уртаҡлашабыҙ, ә ваҡыт һиҙҙермәй генә үтә”.
Буш ваҡыттарын бейеүгә бағышлай. Резида Фәйзулла ҡыҙының хәрәкәткә һөйөүе бала саҡтан уҡ килә. Сығышы менән Монас ауылынан. Башланғыс кластарҙа уҡ, Ишембайҙа уҡығанда, аэробика һәм йөҙөү менән шөғөлләнә. Һуңыраҡ был мауығыу һөнәренә әүерелә, ул ауыл Мәҙәниәт йортонда эшләй, унда бейеү түңәрәктәрен алып бара. Бөгөн уның өсөн бейеү яратҡан хоббиһы һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия сығанағы булып тора. “Бейеү бәхет бирә һәм үҙеңде танырға ярҙам итә», – тип ышана ул. Тап бейеү майҙансығында Резида Йосопова үҙенең бай графигы өсөн көс ала.
Профессиональ уңыштарына ҡарамаҫтан, Резида үҙенең төп ғорурлығы тип улдарын иҫәпләй: 25 йәшлек Влад һәм 18 йәшлек Аскар. Хәҙер икеһе лә Екатеринбургта йәшәй: өлкән улы эшләй, кесеһе юғары уҡыу йортонда уҡый. Йосоповтар ғаиләһендә тәрбиә һәр ваҡыт ышаныс һәм һайлау ирке нигеҙендә төҙөлә. «Беҙ уларҙы бер ҡасан да үҙебеҙгә оҡшағанды эшләргә мәжбүр итмәнек, кәңәш кенә бирә алдыҡ». Улдары әсәйҙәренә ҙур мөхәббәт менән яуап бирә. Өлкән улы йыш ҡына: “Беҙҙең әсәйебеҙ иң матуры, шәбе! Был артабан йәшәүгә ҙур этәргес көс бирә,” – тип таный ул. Хәҙер балалар алыҫ булһа ла, уларҙың бәйләнеше өҙлөкһөҙ һәм ысынлап та йылы булып ҡала. Бөгөн Резида ябай, әммә иң мөһим нәмәләр тураһында хыяллана: балалар сәләмәт һәм бәхетле, баш өҫтөндә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын.
Резида Йосоповаѓа ҡарап, аңлайһың: кеше яратҡан шөғөлө менән шөғөлләнгәндә – мәктәптә эшләүме, прическа яhаумы, әллә тиҙ бейеүме – ул, ысынлап та, тирә-яҡ донъяны сағыуыраҡ һәм изгелеклерәк итә. Иң мөһиме – быны күңел һәм асыҡ йөрәк менән эшләү.
Битаева Азалина