Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар , 10:55

Енәйәтселек кимәле кәмей

Балаҡатай районыныњ полиция бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылда теркәлгән енәйәттәрҙең 18,5 процентҡа кәмеүе теркәлгән, улар 150 (былтырғыға ҡарағанда 34 - кә кәмерәк) тәшкил иткән. Ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр һаны 17,9% кәмегән, уларҙың һаны 46 (10-ға кәмерәк) енәйәт тәшкил иткән.  

Районда 10 мең кешегә иҫәптә енәйәтселек кимәле 88  енәйәт тәшкил иткән, уҙған йылдың ошо уҡ осоронда – 108,  ауыр һәм айырыуса ауыр составтар буйынса – 27,   уҙған йылдың ошо уҡ осоронда –33 енәйәт.

Отчет осоро йомғаҡтары буйынса үлемгә килтергән ауыр енәйєттәргә юл ҡуйылмаған, көсләүгә, кеҫә бурҙары, автотранспорт урлауҙар, квартираларҙан, баҡса йорттарынан, складтарҙан, базаларҙан һәм магазиндарҙан  урлашыуҙарға,  мал урлауға, талауҙарға, юлбаҫарлыҡҡа, сит ил граждандары яғынан енєйәттәргә һәм уларға ҡарата   енәйәттәргә юл ҡуйылмаған.

Үткән осорҙа наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше факты буйынса 2 (3-кә кәмерәк) енәйәт асыҡланған. Законһыҙ ҡорал әйләнеше факты буйынса 4 енәйәт билдәләнгән.  Асыҡланыу   75  процент тәшкил итә.

Шул уҡ ваҡытта үткән осорҙа транспорт сараларын урлау 2 (2-әүгә күберәк), банк карталарынан урлау 83,3 процентҡа йәки 11 (5-әүгә күберәк) енәйәт, коррупция йүнәлешендәге енәйәттәрҙең 100 процентҡа йәки 10 (5-әүгә күберәк) артыуы күҙәтелә. 

Район территорияһында мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә 48 (15-кә күберәк) енәйәт теркәлгән, шуларҙың 6-һы асылған, асылғандар өлөшө 13% (6 процентҡа аҙыраҡ) тәшкил иткән. Мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге енәйәттәр иҫәбендә: мутлашыуҙар 19 (2-әүгә аҙыраҡ), уларҙан бер генә енәйәт тә асылмаған, банк карталарынан урлау 11 (5-әүгә күберәк), шуларҙың 6 (9) асылған, компьютер мәғлүмәттәре өлкәһендә 16 (13-кә күберәк) енәйәт асылмаған.

IT-енәйәттәрҙең һәр икенсеһе Интернет селтәрен файҙаланып, һәр өсөнсөһө мобиль элемтә аша башҡарыла.

Жанна Ковина,

Рәсәй Эске эштәр министрлығының   Балаҡатай районы буйынса  анализ, планлаштырыу, контроль һәм мәғлүмәт тәьминәте төркөмө  буйынса инспектор, эске хеҙмәттең өлкән лейтенанты

Автор:
Читайте нас