Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар , 10:50

Беҙҙең егеттәр һыр бирмәҫ!

Һәр беребеҙ өсөн тыуған илде һаҡлау – ул тарих дәреслектәрендәге һүҙҙәр генә түгел, ә бөгөнгө көндә илдең тыныслығын һәм именлеген һаҡлаусы яҡташтарыбыҙҙың ысын эштәре. 

Фларис Фәнис улы Ҡотдосов та ситтә  ҡалмай, мобилизацияның тәүге көнөндә  махсус хәрби операция зонаһына ҡатмарлы хәрби бурыстар үтәү өсөн юллана. Ул Рәсәй оборона Министрлығының II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы менән  наградланды. Йыл башында яугир реабилитация буйынса отпускҡа, өсөнсө тапҡыр яраланып  ҡатмарлы операциянан һуң, тыуған йортона нығыныу  өсөн ҡайтты, сөнки тыуған яҡта хатта    стеналар ярҙам итә! Һуғышта алған яралары – уның батырлығы, антҡа тоғролоғо тураһында шаһитлыҡ, беҙ яҡлаусыбыҙҙың ниндәй һынауҙар аша үтергә тура килеүен аңлайбыҙ.

Фларис Фәнис улы менән осрашып, мин тағы бер тапҡыр аңланым: беҙҙең егеттәр һыр бирмәҫ!  «Таҫма артында»ғы ауыр көндәргә һәм алған йәрәхәттәренә ҡарамаҫтан, уның күҙҙәрендә – рух ныҡлығы, ә һүҙҙәрендә – ысын Геройҙың тыйнаҡлығы. Ул үҙенең батырлыҡтары тураһында аҙ мәғлүмәт бирә, күберәк иптәштәре, ғаиләһенең  һәм тыуған яҡтан килгән ярҙамдың мөһимлеге тураһында һөйләй.  Тыуған яҡтан килгән    хәбәрҙәребеҙ   уларҙы шунда, окоптарҙа йылыта. Урғалы ауыл советы хакимиәте һәм беҙҙең ауылдың бөтә халҡы исеменән мин Фларис Фәнис улына һәм уның ғаиләһенә тәрән рәхмәт белдерәм. Ата-әсәhенє лайыҡлы ул, ысын ир тәрбиәләгәне өсөн рәхмәт!

Ҡәҙерле Фларис Фәнис улы! Һеҙгә тиҙерәк һауығыуығыҙҙы, көс  һәм күңел тыныслығын теләйбеҙ. Белегеҙ, беґ яҡлаусыларыбыґ менән ғорурланабыґ. Беҙ  яугирҙәребеҙҙең  тиҙ арала еңеү менән ҡайтыуын көтәбеҙ! Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, беҙҙең яҡлаусылар.

 

Гөлнара Бикмөхәмәтова, Урғалы ауыл советы башлығы

Автор:
Читайте нас