Туғыҙ ярым тиҫтә йыл дауамында уның стеналарында үҙ эшенә тоғро кешеләр эшләй. Һәм гәзиткә йылдар ғына түгел, ә тотош ғүмерен биргән кешеләрҙе иҫкә төшөрмәү ғәфү ителмәҫ ине. Сөнки журналист хеҙмәте – еңел йөк түгел.
Былтыр беҙгә ҡайғы килде – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рәзилә Мињлеәхмәт ҡыҙы Баҡыева арабыҙҙан китте. Уның бөтә тормошо тиерлек район гәзите менән бәйле булды.
Рәзилә Мињлеәхмәт ҡыҙы 1956 йылдың 16 авгусында Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылында тыуған. Йәш сағынан уҡ уның ҡыҙыҡһыныусан аҡылы белемгә ынтыла. Өфөнөң 1-се мәктәп-интернатын тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Диплом алғас, тыуған яҡтарына ҡайта, Яңы Мишәр мәктәбендә уҡыта. Әммә яҙмыш башҡаса хәл итә, һәм ғаилә шарттары буйынса ул Яңы Балаҡатайға күсә. 1981 йылдан Рәзилә Мињлеәхмәт ҡыҙы «Новый Белокатай»-“Яңы Балаҡатай” гәзите редакцияһында эшләй: башта тәржемәсе, һуңынан дубляж буйынса мөхәррир урынбаҫары. 1997-98 йылдарҙа гәзитте мөхәррир сифатында етәкләй. Һуңғы һигеҙ йылда тәржемәсе һәм дубляж бүлеге мөдире вазифаһын биләне. Был ҙур яуаплылыҡ, ул рус теленән башҡорт теленә тәржемә итеүҙе һәм һанды ваҡытында сығарыуҙы талап итә. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, ул талантлы журналист булып ҡалды, кешеләр тураһында сағыу очерктар ижад итте, ҡыҙыҡлы тарихи викториналар һәм конкурстар үткәрҙе. «Яңы Балаҡатай» баҫмаһына яҙылыу буйынса эш алып барҙы.
2000 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» исеме бирелде. Уның хеҙмәте етәкселектең, шул иҫәптән Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының күп һанлы грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Бынан тыш, Рәзилә Мињлеәхмәт ҡыҙы күп йылдар дауамында беҙҙең район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы булып торҙо.
Рәзилә Мињлеәхмәт ҡыҙы – башҡалар мәнфәғәтендә йәшәгән, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер кеше. Ул юғары класлы белгес, алмаштырғыһыҙ хеҙмәткәр, һиҙгер остаз ғына түгел, ә тоғро дуҫ, ышаныслы иптәш тә булды. Тыйнаҡ, аҡыллы, зыялы ҡатын коллегаларын үҙенә йәлеп итте. Беҙ уның кәңәштәрен, фекерен ҡәҙерләйбеҙ. Уға һәр эштә таянырға мөмкин ине. Тәжрибәле профессионал булараҡ, ул редакция эшенә яңылыҡтарҙы ҡыйыу индерә, компромисс таба белде һәм һәр ваҡыт башҡаларҙың фекерен хөрмәт итте. Үҙен яратҡан эшенә бағышлаған, аҡыллы остаз һәм яҡшы иптәш булып киткән яҡты кешеләр менән хушлашыу бик үкенесле.
Ярты йыл инде ул беҙҙең арала юҡ, әммә беҙ уның өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тотабыҙ, һаҡлайбыҙ, уларға эйәрәбеҙ, һәм, әлбиттә, көн һайын уның тураһында иҫкә төшөрәбеҙ.
Елена Усольцева