Билдәле булыуынса, торлаҡ йортта ут тоҡана, ә 10 ғинуарҙа Айҙаҡай ауылында янғын сыға – мунса яна. Бәхеткә күрә, янғындар һәләк булыусылар юљ.
Яңы йыл байрамдары «Ашығыс ярҙам» хеҙмәте өсөн дә тынғыһыҙ булып сыға. 2025 йылдың 31 декабренән 2026 йылдың 11 ғинуарына тиклем район буйынса бөтәһе 144 саҡырыу теркәлгән, шуларҙың 104 кисектергеһеҙ һәм 40 ашығыс саҡырыу.
Медицина ярҙамы өсөн 46 кеше киҫкен респиратор вирус инфекцияһына ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә, шуларҙың 34-е – балалар. Балаҡатай үҙәк район дауаханаһына 4 кеше, ә Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына 1 кеше оҙатыла. Пневмония ике кешелә асыҡлана, шуларҙың берәүһе үҙәк район дауаханаһына оҙатыла. Шулай уҡ бөйөр коликаһы, киҫкен панкреатит, эсәк функциональ боҙолоуы, ашҡаҙан язваһы һәм янбаш һыныуы менән сирләгән пациенттар дауаханаға оҙатыла. Мәсәғүт район дауаханаһына инсульт менән 3 кеше, инфаркт менән 1 һәм ике йөклө ҡатын оҙатыла. 7 кеше спирт менән ағыуланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер осраҡтар фажиғәле тамамлана. Икәүһе үлемесле була.
Балаҡатай районы буйынса Эске эштәр бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, яңы йыл байрам көндәрендә 71 саҡырыу килгән. Шуларҙың 7-һе ғаилә ғауғаһы тураһында, документтарҙы юғалтыу тураһында 2 кеше хәбәр итә, 9-ы үҙәк район дауаханаһының ҡабул итеү бүлмәһенә килә, шулай уҡ 43 административ хоҡуҡ боҙоуҙар, бер хәбәр үлтереү менән янау һәм законһыҙ ҡорал һаҡлау тураһында килә. Был осорҙа 6 кеше ҡапыл вафат була.