Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар , 11:50

Рухты нығындырыусы сәнғәт

Традицион уҡтан атыу спорт ҡына түгел, ул быуаттар буйына һыналған сәнғәт, рухты, һаулыҡты нығытыу һәм көслө шәхес формалаштырыу ҙа.

 Боронғо аҡыл эйәләре уҡсыларҙы хөрмәт иткән, уларҙың оҫталығын кеше оҫталығының иң юғары нөктәһе тип иҫәпләгән.

Яңыбай үҙенең уҡтан атыу  йолалары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Йыл һайын «Уҡсы ҡатай» турнирына традицион уҡтан атыу оҫталары һәм һөйөүселәре йыйылғас, ауыл йәнләнә. Йәш яңыбайҙар күп һанлы ярыштарҙа һәм конкурстарҙа теүәллек һәм еңеүгә ынтылыш күрһәтә. Ә мәктәп түңәрәге, уҡсылыр әҙерләү үҙәге, йыл һайын уларҙың оҫталығын камиллаштыра.

Яңы йыл каникулдары көндәрендә Яңыбайға данлыҡлы яҡташыбыҙ – СССР-ҙың спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған физкультура һәм спорт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фәйзулла Ғєптелйєн улы Абдрафиҡов килде. Ул йәш уҡсылар өсөн онотолмаҫлыҡ оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Уның һиҙгер етәкселеге аҫтында балалар уҡ менән идара итеү нескәлектәрен, атыу техникаһын үҙләштерҙе һәм был боронғо ҡорал менән хәүефһеҙ эш итергә өйрәнде.

Был һабаҡ улар өсөн ҡиммәтле тәжрибә генә түгел, ә яңы ҡаҙаныштарға илһамландырыусы ҡеүәтле импульс та булды. Оҫта менән осрашыу уларҙың йөрәгендә камиллыҡҡа ынтылыш утын ҡабыҙҙы.

Үҙ хәбәрсебеҙ

Автор:
Читайте нас