Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар , 11:30

“Районка”ның иң иҫке номерын эґлєйбеґ

Быйыл сентябрґә райондың “Новый Белокатай” – “Яңы Балаҡатай”  ижтимағи - сәйәси гәзите   95 йыллығын билдәләй.    

Үткән туғыҙ тиҫтә йыл эсендә уның биттәрендә район хеҙмәтсәндәре тураһында тиҫтәләрсә мең материал баҫылған. Күп кенә яҡташтарыбыҙ ғаилә альбомдарында үҙҙәре тураһында мәҡәләләр менән «районка» өҙөктәрен һаҡлай. Район гәзите биттәренән район йылъяҙмаһын төҙөргә мөмкин һәм ул иң ышаныслыһы буласаҡ, сөнки беҙ районда беренсе кеше күҙлегенән булған бөтә ваҡиғаларҙы сағылдырабыҙ. Район гәзитенең юбилейына гәзитебеҙҙең иң иѕке данаһына конкурс иғлан итәбеҙ. Бәлки, hеҙҙең йорттарҙың туҙанлы мөйөштәрендә район гәзитенең иҫке өлгөләре йәшеренгәндер, улар беҙҙең өсөн айырыуса ҡиммәтле.  Беҙ һеҙгә “райондың иң иѕке номеры“ конкурсында ҡатнашырға тәҡдим итәбеҙ. Әгәр һеҙҙең арағыҙҙа, хөрмәтле уҡыусылар, район гәзитенән айырылмағандар һәм район гәзитенең иҫке биттәрен өй архивында һаҡлағандар бар икән, уларҙы беҙгә - редакцияға килтерегеҙ, ә йыл аҙағында иң иҫке номерҙы килтергән еңеүсене билдәләйәсәкбеҙ һәм яҡшы бүләк тапшырасаҡбыҙ.

 

Автор:
Читайте нас