Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар , 13:00

Аҡыл һәм йылылыҡ һаҡлай

Яңы Балаҡатайҙан Рәфиғә Сәҙретдин ҡыҙы Ибраһимова үҙенең 95 йәшлек юбилейын билдәләне.  

Оҙон, бай тормош – шатлыҡ, борсолоу һәм арымай-талмай хәстәрлек ептәренән үрелгән. Ире менән 63 йыл бергә йәшәй.  Яңы Балаҡатайға улар, күптәр кеүек үк, нефть тармағы үҫеше менән бәйле нефтсе ҡасабаһына килә. Һәм тиҫтәләгән йылдар намыҫлы хеҙмәт итә. Рәфиғә – эшселәр тәьминәте бүлегендә бухгалтер, тормош иптәше – Балаҡатай быраулау эштәре идаралығында прокат-ремонт цехында. Миҙхәт Закир улы 1944 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ибраһимовтар район үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә, өс лайыҡлы бала тәрбиәләй. Улдары Ринат һәм Марат, нефть институтын тамамлағандан һуң, Ҡағалымды яуларға юллана. Ҡыҙы педагогтың изге юлын һайлай, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иртә вафат була.

Миҙхәт Закир улы вафат булғандан һуң алты йыл үтте, ләкин Рәфиғә Сәҙретдин ҡыҙы төшөнкөлөккә бирелмәй. Уның йорто һәр ваҡыт ҡунаҡтар өсөн асыҡ, туғандары, күршеләре, дуҫтары – барыһы ла уның менән йылылыҡ һәм шатлыҡ  уртаҡлашырға ашыға. Ул, үҙ сиратында, иғтибар билдәләрен рәхмәт менән ҡабул итә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул физик хеҙмәттән баш тартмай. Ҡыш көнө ихатаны ҡарҙан таҙарта, йәйен уны сәскә атҡан оазисҡа әйләндерә. “Эш – минең стихиям”, –тип таный ул. – Хеҙмәт мине бала саҡтан уҡ нығытты, ул миңә дәрт һәм яҡшы кәйеф бүләк итә”. Тыл єшсєне, хеҙмәт ветераны, ул тормошто һөйөү һәм рух ныҡлығы өлгөһө булып тора.

Рәфиғә Сәҙретдин ҡыҙының айырыуса ғорурлығы – ейәндәре. Уларҙың барыһы ла юғары белем алған һәм тормошта үҙ һөнәрен тапҡан. Хәстәрлекле хужабикә, ул йортта уңайлы һәм гармониялы атмосфера булдыра. Уның усағы тигеҙ, йылы ялҡын менән яна, ә тәҙрәләрҙәге яҡтылыҡ, маяҡ кеүек, балаларҙы һәм ейәндәрҙе ылыҡтыра, уларҙы тыуған пенаттарына саҡыра.

Улдары, килендәре һәм ейәндәре   әсәһен  һәм өләсәләрен тыуған көнөндә тєрєн мєѓєнєле шиғырҙар  менән ҡотланы: «Рәхмәт, тип әйтеү – бик аҙ. Һин-донъялағы иң яҡшы әсәй, һинең йылың, һинең изгелегең  беҙҙе һәр ваҡыт уратып алған”.

Хөрмәтле Рәфиғә Сәҙретдин ҡыҙы! Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ҡотлайым. Һеҙҙең данлы юбилейығыҙға дуҫтарығыҙҙан һәм коллегаларығыҙҙан: Фәниә Һөләймәнованан, Динара Хафизованан һәм шәхсән үҙемдән ҡотлауҙар ҡабул итегеҙ: «Һеҙ – оптимист, һәм тормош менән быны иҫбатланығыҙ. Һеҙ йылылыҡ таратаһығыҙ, эргәгеҙҙә  һулыш алыуы  еңел, һәм йыш ҡына аҡыллы кәңәшегеҙ яҡтылыҡты ҡабыҙып ебәрә. Көс, мөхәббәт, дуҫтар һәм күп яҡты көндәр теләйбеҙ”.

                                                   

Р. Хафизова, ауыл хәбәрсеһе,

Яңы Балаҡатай ауылы

Автор:
Читайте нас