Нелли тыйнаҡ, теүәл, эшһөйәр һәм иғтибарлы ҡыҙ. Башлаған эшен һәр саҡ ваҡытында тамамлай. Ул файҙалы һәм ҡыҙыҡлы шөғөл менән шөғөлләнә. Тәрбиәсе Лариса Садиљова менән бергә бүлмә сәскәләрен ҡарарға ярата, ҡороған япраҡтарҙы ала, һыу һибә. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының төрлө конкурстарында, сараларында, викториналарында әүҙем ҡатнаша һәм ул быны яҡшы башҡара.
Мәҫәлән, «Дельфиненок» сайтында Бөтә Рәсәй олимпиадаһында «Минең яратҡан ғаиләм» темаһына «Белем ваҡыты» онлайн викторинаһында ҡатнашып, Нелли призлы урын яуланы һәм диплом менән билдәләнде.
Ҡыҙ дуҫ, татыу, күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Уның ағаһы һәм апаһы бар.
Лира Архипова