Был мөһим ваҡиға хөрмәтенә беҙҙең мәктәптә туған тел һәм мәҙәниәт тураһында белемде тәрәнәйтеүгә йүнәлтелгән төрлө саралар үтте.
Уҡыусылар башҡорт телендә шиғырҙар уҡыны. Алтынсы һәм туғыҙынсы кластарҙа “Туған телем. Ғәиләм. Ватаным” һәм “Башҡорт теленең диалекттары” темаларына асыҡ дәрестәр үтте. Дәрестә балалар һәр кешенең тормошонда ғаилә һәм ватандың мөһимлеге, шулай уҡ башҡорт теленең диалекттары хаҡында әңгәмәләште. Балалар телдең традицияларҙы һәм мәҙәниәтте һаҡлауға, шулай уҡ быуындар араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыуға ярҙам итеүе тураһында фекер алышты.
Был сараларҙа уҡыусылар туған телдең ни тиклем ҡәҙерле булыуын, халыҡты берләштереүен аңланы. Улар тел мираҫына һаҡсыл ҡараш һәм уны киләсәк быуындарға тапшырыуҙың мөһимлеге тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Әйҙәгеҙ бергәләп башҡорт телен һаҡлайыҡ һәм үҫтерәйек!
Наилә Абдуллина,
Яңыбай урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы