Әммә “ғәҙәти” тормошта ла мохтаждарға ярҙам итергә онотмайҙар: оло йәштәге һәм яңғыҙ күршеләренә иғтибар, аҙыҡ-түлек һатып алыу, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү кәрәк. Ауыл халҡы өсөн был ғәжәп түгел кеүек тойола, әммә мин бер кеше тураһында һөйләргә теләр инем, ул беҙҙең ауыл советы кешеһе түгел.
Күптән түгел беҙ окоп шәмдәрен ҡойоу сараһы буласағы һәм кемдер был маҡсатҡа балауыҙ йәки парафин бүләк итһә, шат буласағыбыҙ тураһында мәғлүмәт урынлаштырҙыҡ. Һәм көтмәгәндә Яңы Балаҡатайҙан Йәлил Әғзәм улы Солтаншин яуап бирҙе.
Шуны билдәләп үтергә теләйем, ирекмән үҙаллы, бер кемдең ярҙамынан тыш, парафин һатып ала һәм махсус хәрби операция яугирҙәре өсөн шәмдәр ҡоя. Ул Афғанстан хәрби кампанияһында ҡатнашыусы, ветеринар табип булып эшләй, Ләүәл ауылына сираттағы вакцинацияға килгәс, ебәреү өсөн әҙер шәмдәрен һәм ярайһы уҡ ҙур парафин киҫәген алып килде, шулай уҡ тупланған тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Беҙ аптырап ҡалдыҡ. Ысынлап та, дөйөм маҡсат берләштерә! Беҙ Йәлил Әғзәм улына рәхмәт белдерәбеҙ, уға һаулыҡ һәм тыныслыҡ теләйбеҙ!
Светлана Сөнәғәтуллина,
Тарҙау ауыл советы башлығы вазифаһын башҡарыусы